Бер туған Тимур, Вадик, Фәнил һәм Наил Разия һәм Вәдит Бәҙретдиновтар ғаиләһендә тыуған. Бәләкәйҙән үк ата-әсә улдарында спортҡа һөйөү тәрбиәләй. Өлкән малайҙарға физкультура дәрестәре бик оҡшай, улар тырышып шөғөлләнә, ваҡыт үтеү менән бәләкәй малайҙар ҙа спорт менән ҡыҙыҡһына башлай.
Тимур Вәдит улы Оло Ыҡтамаҡ лицейын, артабан Красноуфимск ҡалаһында Урал тимер юл техникумы филиалын, һуңынан Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын физик әҙерлек буйынса тренер-уҡытыусы йүнәлеше буйынса тамамлаған. 2020 йылдан ул Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә баскетбол һәм саңғы уҙыштары буйынса тренер булып эшләй. Өйләнгән, ике бала тәрбиәләй, өлкәненә – 3 йәш, улы саңғыла тәүге аҙымдарын яһай ҙа инде.
Вадик Вәдит улы шулай уҡ лицейҙа, һуңынан Дыуан күп профилле колледжында һәм Ростов дәүләт педагогия университетының физик культура факультетында белем алған. Ҡырымда ракета ғәскәрҙәрендә һәм артиллерияла армия хеҙмәтен үтә. 2020 йылда контрактҡа ҡул ҡуя, 2022 йылда өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға юллана. Хәҙер ул Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә саңғы ярыштары буйынса тренер булып эшләй. Спорт мастерлығына кандидат.
– Хәҙер беҙ мәктәп уҡыусыларының ГТО нормативтарын ҡабул итәбеҙ. Балаларҙың физик яҡтан үҫешкән, сыҙамлы булыуы ҡыуандыра. Мәҫәлән, Ләмәҙтамаҡ мәктәбе уҡыусылары 1-се кластан алып 11-гә тиклем барлыҡ нормативтарҙы тапшырҙы, – тип һөйләй Вадик Вәдит улы.
Өлкән ағайҙарының миҫалы Фәнил Бәҙретдиновҡа йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Ул бала саҡтан спортты ярата, район һәм республика саңғы ярыштарында ҡатнаша. Мәктәпте тамамлағандан һуң Дыуан күп профилле колледжында белем ала, һуңынан Ҡырымда һауа-десант ғәскәрҙәрендә армия хеҙмәтен үтә. “Тренер-уҡытыусы” белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт педагогия университетында юғары белем ала. Быйылдан башлап Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә саңғы буйынса тренер булып эшләй.
Кесе туғандары Наил – 7-се класс уҡыусыһы, шулай уҡ спорт менән мауыға, саңғы буйынса район һәм зональ ярыштарҙа ҡатнаша. Баштан уҡ өлкән ағайҙары уны үҙҙәре менән саңғыла йөрөргә алып сыға, шуға күрә хәҙер ул үҙ тормошон әүҙем ялһыҙ күҙ алдына ла килтермәй.
– Беҙ мәктәп уҡыусыларын спорт менән әүҙемерәк шөғөлләнергә саҡырабыҙ. Был уларҙың һаулығына ҙур файҙа килтерәсәк, түҙемлелек һәм үҙ-үҙеңде тота белеү кеүек сифаттар булдырасаҡ, – тип билдәләй Тимур һәм Вадик Бәҙретдиновтар.
Спорт яратҡан бер туғандарҙың район күләмендә уңышлы сығыштары күп наградалар менән билдәләнгән.
Екатерина ӘМИРОВА.