Мәсетле тормошо
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
19 Сентябрь 2023, 14:10

Оҫта ҡуллы төҙөүсе тигән даны бар

Оҫта ҡуллы төҙөүсе – һәр ауыл өсөн оло табыш. Яңы йорттар төҙөлә, йәмәғәт биләмәләре үҙгәрә йәиһә иҫке объекттар яңыртыла икән, тимәк, ауыл йәшәй һәм үҫешә. Тап ошондай ҙур биналар күтәреүҙә тос өлөш индергән ветеран-төҙөүсе Вилнюс Миңлеғәлин ошо көндәрҙә 70 йәшлек юбилейын билдәләй.

Оҫта ҡуллы төҙөүсе тигән даны бар
Оҫта ҡуллы төҙөүсе тигән даны бар

Вилнюс Фәхрәзи улы 1953 йылдың 21 сентябрендә Оло Ҡыҙылбай ауылында тыуған. Оло Ыҡтамаҡ ауылында мәктәпте, һуңынан Өфө техник училищеһын тамамлай, электрик һөнәрен ала. Унан һуң Төньяҡ флотта Совет армияһы сафында, һыу аҫты диңгеҙсеһе булып хеҙмәт итә.
Хеҙмәт тамамланғандан һуң тыуған районына ҡайта, кирбес һәм тимер-бетон заводтары төҙөлөшөндә электрик булып эшләй. Һуңынан кирбес заводында ун дүрт йыл мастер була, аҙаҡтан производство начальнигы, завод директоры булып китә. Вилнюс Миңлеғәлин төҙөлөш материалдары комбинаты директоры итеп тәғәйенләнә һәм шул вазифала 15 йыл эшләй.
1995 йылда Мәсетле районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарған Илдар Мөхөтдинов Вилнюс Фәхрәзи улын төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫар итеп саҡыра.
Ул ваҡытта Оло Ыҡтамаҡ ауылы Ленин урамындағы 8-се күп фатирлы йортҡа нигеҙ һалынған була. Уны төҙөү Вилнюс Миңлеғәлин етәкселегендә тамамлана. Ул эшләгән ваҡытта ауылда тәүге мәсет ҡалҡып сыға. Шул уҡ ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад факультетын тамамлап, юғары белем ала.
– Хакимиәттә дүрт йыл эшләү ваҡыты, 90-сы йылдарҙағы аҡсаһыҙлыҡ осорона тура килде. Ауыр булды, ләкин беҙ райондың төҙөлөүен һәм үҫешеүе өсөн тырыштыҡ, – тип билдәләй Вилнюс Фәхрәзи улы.
90-сы йылдар аҙағында район үҙәге аша тәүлек эсендә дүрт меңгә яҡын йөк машинаһы уҙа. Илдар Мөхөтдинов менән Вилнюс Миңлеғәлин урау юл проектын төҙөй һәм уны тормошҡа ашыра башлай, күпер төҙөлә. Шулай уҡ ул районы хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләгән ваҡытта, Мәсетле районы ауылдарына газ үткәреү буйынса ҙур эш башҡара. Йылына 40 километр газ торбаһы һуҙыла. Һөләймән ауылында мәктәп төҙөлә һәм уға газ үтә. Уның етәкселегендә “Ҡарағай” шифаханаһының быуаһын төҙөү ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамлана.
Дисциплиналылыҡ, яуаплылыҡ, эш һөйөүсәнлек, яҡыныңа ярҙам итергә әҙер булыу, бөтмәҫ-төкәнмәҫ оптимизм – оҫта төҙөүсе һәм етәксе был сифаттарҙың барыһын да берләштергән.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Вилнюс Миңлеғәлин БР Президентының һәм Мәсетле районы хакимиәтенең Почет грамоталарына лайыҡ.
Вилнюс Фәхрәзи улы ҡатыны Ирина Александровна менән 30 йыл татыу йәшәп, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән, уларға юғары белем биргән, тормошта үҙ урынын табырға ярҙам иткән. Әле улар алты ейәне һәм ике ейәнсәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәй.
– Мин бик бәхетле кеше, бөтә йөрәгем менән ғаиләмде, ҡатынымды, балаларымды, ейәндәремде һәм ейәнсәрҙәремде яратам. Барыһы ла минең тормошомда шулай уңышлы килеп сыҡҡаны өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен, – ти Вилнюс Миңлеғәлин.

Екатерина ӘМИРОВА.

Автор: