Мәсетле тормошо
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
18 Сентябрь 2023, 15:35

Яҡташыбыҙ юғары исемгә лайыҡ

Яҡташыбыҙға – функциональ диагностика табибы, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Даян Усмановҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” исеме бирелде.

Яҡташыбыҙ юғары исемгә лайыҡ
Яҡташыбыҙ юғары исемгә лайыҡ

Награданы Дыуан районы хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев һәм Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Трофимов тапшырҙы.
Даян Сәлихйән улы 1957 йылда Яңы Мишәр ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. 1964 йылда беренсе класҡа бара. Мәктәп сараларында әүҙем ҡатнаша, мәктәп гәзите мөхәррире, рәссам була. 1972 йылда Салауат медицина училищеһына уҡырға инә, һуңынан Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһына эшкә ебәрелә. Армияға алынғансы ашығыс ярҙам хеҙмәтендә фельдшер булып эшләй. 1977 – 1979 йылдарҙа Чита өлкәһенең Приаргунск ҡасабаһында сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1979 йылда, армиянан һуң, Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә.
Даян Усманов 1987 йылда Дыуан районы Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына функциональ диагностика табибы сифатында ебәрелә, унда әлеге көнгә тиклем эшләй.
Ул реовазография, реоэнцефалография, спирография, Холтер буйынса тәүлегенә электрокардиограмма мониторингы кеүек тикшереү алымдарын ҡуллана.
Даян Сәлихйән улы электрокардиограммаларҙы ваҡытында башҡара һәм дөрөҫ билдәләй, уның тырышлығы менән йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының киҫкен һәм хроник сирҙәренән яфаланған пациенттар һаны кәмей.
Табип коллегалары араһында ғына түгел, пациенттар араһында ла лайыҡлы хөрмәт ҡаҙана.
Эш барышында ул “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһенә лайыҡ булды, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, район хакимиәте, Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының профсоюз ойошмаһы грамоталары менән бүләкләнгән.
Даян Усманов халыҡ мәнфәғәтендә эшләүен дауам итә. Йәш белгестәр менән тәжрибә уртаҡлаша.
Ләйсән АБЗАНОВА
әҙерләне.

Автор: