2023 йыл – Педагог һәм остаз йылы. Йыл миссияһы – педагогия хеҙмәткәрҙәренең, шул иҫәптән остаз булып тороусыларҙың айырым статусын таныу. Беҙҙең бөгөнгө юбиляр – бөтә коллективтың остазы, тип әйтһәк, һис арттырыу булмаҫ. Рәфисә Рафадик ҡыҙының хеҙмәт биографияһы мәктәп менән бәйле. Уның педагогик стажы 34 йыл тәшкил итә.
Рәфисә Рафадик ҡыҙы 1963 йылда Һабанаҡ ауылында тыуған. 1970 йылда урындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәп яңы уҡыусыһы алдында ишектәрен аса. 1979 – 1980 йылдарҙа уҡыуын Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә дауам итә. Артабан Башҡорт дәүләт педагогия институтына физика-математика факультетына уҡырға инә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Һөләймән мәктәбендә математика һәм физика уҡытыусыһы булып башлай. Һуңынан ВЛКСМ-дың Мәсетле районы мәктәп бүлеге инструкторы итеп күсерелә. 1988 йылдан башлап Һабанаҡ мәктәбендә 6 йыл математиканан һәм физиканан уҡыта. 1996 – 2002 йылдарҙа Әләгәҙ урта мәктәбендә оҙайтылған көн төркөмө тәрбиәсеһе булып эшләй. 2002 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтының “Технология һәм эшҡыуарлыҡ” факультетына ситтән тороп уҡырға инә. 2004 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем Әләгәҙ мәктәбендә технология, һынлы сәнғәт һәм математика уҡытыусыһы, шулай уҡ 7 “А” синыфының класс етәксеһе булып тора.
Рәфисә Ғилметдинова дәрестәрен мауыҡтырғыс һәм тыныс, ҡыҙыҡлы һәм сабыр алып бара. Һәр бала дәрестә үҙ темпында уҡый, ә педагог уҡыусы теманы ентекләп өйрәнә алһын өсөн ваҡытты етәрлек бүлеп, шарттар тыуҙыра. Уҡыусы үҙенә кәрәкле тиҙлекте һайлап, нисек эшләргә, күпме көс һалып тырышырға икәнен үҙ аллы хәл итә. Рәфисә Рафадик ҡыҙының дәрестәрендә балалар аралаша, мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итә, яңы материалды өйрәнә, бер-береһенә ярҙам итә, тулы тормош менән йәшәй.
Эш кешеһе наградалары менән түгел, ә һөҙөмтәләргә килтергән эштәре менән данлы. Уҡыусыларҙың тәҡдим ителгән эштәре төрлө кимәлдәге конкурс еңеүселәре булып тора. Педагог өсөн иң мөһиме – уҡытыу.
Рәфисә Рафадик ҡыҙы тап матди һәм матди булмаған ҡиммәттәр етештереү буйынса эшмәкәрлеккә ҡағылышлы технологик һөнәр һайлауҙың мөһимлеген аңлата һәм эшсәнлек кеүек сифаттар тәрбиәләй, үҙ аллы ғәмәли эшмәкәрлек тәжрибәһен туплауға, технологик фекерләүҙе, ысынбарлыҡҡа ижади мөнәсәбәтте үҫтереүгә, һәр уҡыусының үҙенсәлеген асыҡлауға булышлыҡ итә. Һәр бала үҙен кәрәкле итеп тойһон, уңышлы булыу мөмкинлегенә эйә булһын өсөн бар ваҡытын уларға бағышларға тырыша.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 18 августағы 33-се һанында уҡығыҙ.