Хәйриәлек менән шөғөлләнгән, тыуған ауылын тағы ла күркәмерәк итеп була икәнен үҙ миҫалында иҫбатлаған геройыбыҙҙың тырышлығы бушҡа китмәй: изге эштәргә башҡалар ҙа ҡушыла. Йәштән спорт менән дуҫ ир-егет, ошо йүнәлештә юғары белемгә эйә булып, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн секция ла алып бара. Абруйлы уҡытыусы-тренер үҫмерҙәр күңеленә изгелек орлоҡтары һалыуҙы, маҡсаттарға өлгәшергә өйрәтеүҙе лә бурысы тип һанай.
...Аварияға осрап, әллә нисә көн һәм төн йәшәү менән үлем араһында ҡалып, ниһайәт, аңына килгән егеттең башында бер уй: иманға килергә. Үҙенең иҫән ҡалыуын Күктәрҙең ярлыҡауы, уға ниндәйҙер мөһим бурыс һалыуы тип ҡабул итә ул. Быға ҡәҙәр тыуған ауылында мәсет һалыу эшендә дәррәү ҡатнашҡан, унан яңғыраған аҙан тауышын һоҡланып тыңлаған йәш егет ул саҡта тулыһынса дингә баҫырға йөрьәт итмәй әле. Тиҫтерҙәре менән йәш-елкенсәкте ни ҡыҙыҡһындырһа, шуның менән булып йөрөгән Айнурҙы яҙмыш, ошондай ҡаты һынау ебәреп, һаулығын ғына түгел, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, иман юлына этәрә, тиерһең...
Ниәтендә тора ул. Бына шул мөғжизәле һауығыуынан бирле геройыбыҙҙың йәшәйеше әҙәм балаһы өсөн изге, өҫтөнлөклө булған ҡиммәттәргә нигеҙләнә. Ауылдың абруйлы шәхесе Рафаэль Ниғмәтуллин уға дин нигеҙҙәрен төшөндөрә, намаҙ уҡырға өйрәтә. “Рафаэль Яхъя улы миңә әле лә ҙур таяныс булып ҡала”, – ти Айнур, хөрмәтле уҙаманды үҙенең остазы тип һанап. Дини белемен тәрәнәйтер өсөн ул ситтән тороп Өфөлә мәҙрәсәлә лә уҡый.
“Бер йомарлам майың булһа, яртыһын күршеңә бир” тип өйрәтеп үҫтергән әнкәйенең (өләсәһенең) һүҙҙәрен йыш иҫенә төшөрә Айнур һәм ошо изге аҡылға тоғро ҡала. Мәсет янында “Аиша” хәйриә йорто асып, ауырыраҡ йәшәгән ғаиләләргә, ҡараусыһыҙ өлкән кешеләргә аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеүҙе ойоштора. “Ниңә кәрәк ул?” тип фекер йөрөткән әҙәмдәр осраһа ла, донъяла мәрхәмәтле кешеләр күберәк, тигән һүҙҙәр хаҡ икәненә инана.
– Фани донъя артынан ҡыуып, байлыҡта кем кемде уҙыр тип ярыш-ҡансы, динебеҙ өйрәткән һабаҡты тотоп, изге ғәмәлдәр ҡылыуҙа ярышырға кәрәк. Ошо беҙҙең девиз булырға тейеш, – ти Айнур.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 18 августағы 33-се һанында уҡығыҙ.