Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
11 Август 2023, 09:45

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы – барыһына баш

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығының эше яуаплы һәм ауыр. Ауылдарҙың именлеге һәм торошо уның эште нисек ойоштороуына бәйле. Әләгәҙ ауыл биләмәһе хакимиәте эшмәкәрлеген бына инде 14 йыл Тәлғәт Вәлитов етәкләй. Ошо йылдар эсендә ул үҙен инициативалы, талапсан һәм принципиаль етәксе итеп күрһәтте.

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы – барыһына баш
Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы – барыһына баш

Тәлғәт Мәҡсүт улы Свердловск автомобиль-юл техникумын тамамлай, юл машиналарын һәм ҡорамалдарын файҙаланыу, ремонтлау буйынса белгес булып сыға. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1991 йылда “Мәсәғүт” совхозы автогаражында водитель булып башлай. Һуңынан, 1997 йылдың мартынан, ошо уҡ совхоздың механигы итеп тәғәйенләнә. 2005 йылдан – “Мәсәғүт совхозы” дәүләт унитар предприятиеһының автогараж мөдире.
Әләгәҙ ауыл биләмәһе хакимиәтендә 2006 йылдың июненән эшләй, тәүҙә – водитель, ә 2007 йылдың ғинуарынан ер төҙөлөшө белгесе итеп күсерелә. 2009 йылдың авгусынан әлеге ваҡытҡа тиклем Әләгәҙ ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вәкәләттәрен тормошҡа ашыра.
Ауыл биләмәһе өс меңдән ашыу кеше йәшәгән туғыҙ ауылды үҙ эсенә ала. Тәлғәт Вәлитов урындағы үҙидараны үҫтереүгә, биләмәнең абруйын арттырыуға һәм нығытыуға ҙур иғтибар бүлә, яңы шарттарҙа урындағы үҙидара органы эшен уңышлы ойоштора.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 11 августағы 32е һанында уҡығыҙ.

* * *

Әләгәҙ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы ТӘЛҒӘТ МӘҠСҮТ улы ВӘЛИТОВты 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Хөрмәтле Тәлғәт Мәҡсүт улы! Ошо тантаналы көндә Һеҙгә оло ихтирамыбыҙҙы һәм күп йыллыҡ берлектәге хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Ысын күңелдән Һеҙгә оҙаҡ йылдарға етәрлек көс, күңелегеҙ менән йәш булып ҡалыуығыҙҙы, оҙон һәм әүҙем ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға именлек теләйбеҙ. Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын, ғүмерегеҙҙең һәр көнө туғандарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың һөйөүе, хәстәре менән тулы булһын, ә белем, тәжрибә һәм эшкә тоғро булыуығыҙ тағы ла оҙаҡ йылдар ауыл биләмәһе мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә мөмкинлек бирһен!
Изге теләктәр менән Әләгәҙ ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре.

Автор: