Мәсетле тормошо
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
3 Август 2023, 16:30

Кешеләргә ярҙам итеү – уның булмышы

Фельдшер һөнәре – еңел булмаған, ҙур әһәмиәткә эйә хеҙмәт. Сатлама һыуыҡта ла, йәйге эҫелә лә, көҙгө быҫҡаҡ ямғырҙа ла ул беренсе булып ярҙам күрһәтергә ашыға. Әжекәй фельдшер-акушерлыҡ пунктында ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында фельдшер Клара Вәхитова менән шәфҡәт туташы Альбина Солтанова тора.

Кешеләргә ярҙам итеү – уның булмышы
Кешеләргә ярҙам итеү – уның булмышы

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 33 йыл хеҙмәт стажына һәм оло тәжрибәгә эйә Клара Зиларис ҡыҙы коллегалары араһында күптән абруй яулаған. Буласаҡ медицина хеҙмәткәре 1964 йылдың 14 мартында Оло Аҡала донъяға килгән. Тыуған ауылындағы мәктәпте тамамлап, 1984 йылда 1-се Өфө медицина училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын 1986 йылда үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып башлай, аҙаҡтан Әжекәй фельдшер-акушерлыҡ пунктына күсә.
– Мин бәләкәйҙән табип булырға хыялландым, мәктәптә буласаҡ һөнәр темаһына инша яҙғанда, үҙемде медицинаға бағышлайым, тип яҙа торғайным. Кешеләргә ярҙам итеү – минең булмышым, – тип һөйләй Клара Вәхитова.
Сирләп киткән кешенең ғүмере беренсе ярҙамды нисек күрһәтеүгә бәйле, шуға күрә фельдшер медицина ярҙамын дөрөҫ күрһәтергә, тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белергә тейеш. Фельдшерҙың эш көнө нормаға һалынмаған: ялдарҙа ла, байрамдарҙа ла ул ярҙамға сығырға әҙер торорға тейеш.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 4 августағы 31е һанында уҡығыҙ.

Автор: