Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
21 Июль 2023, 12:10

Данлы хеҙмәттә – оло хөрмәттә

Данил Йәнтүрин – өлгөлө ғаилә башлығы, һоҡланғыс атай, шәп олатай һәм киң күңелле кеше.

Данлы хеҙмәттә – оло хөрмәттә
Данлы хеҙмәттә – оло хөрмәттә

Данил Фәғил улы йәмле Әй буйында урынлашҡан Һөләймән ауылында 1963 йылдың 15 июлендә Сания Закир ҡыҙы менән алдынғы тракторсы Фәғил Ғилметдин улы Йәнтүриндарҙың ишле ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Ата-әсәһе ауылдың хөрмәтле, абруйлы кешеләре була. Данил Фәғил улы бәләкәйҙән ата-әсәһенә ярҙам итеп, булышып үҫә. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, һуңынан Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен тамамлап ҡуя. Красноуфимск ҡалаһында шофер һөнәрен үҙләштереп, Нуриманов исемендәге колхозда эшләй башлай. Волгоград ҡалаһында армияла хеҙмәт итә. Үҙенең буласаҡ тормош иптәше менән хат аша танышып, осрашып, матур ғаилә ҡора.
Данил Фәғил улы әүҙем тормош алып бара: донъя һәм республика яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһына, гәзит-журналдар уҡый, клубта үткәрелгән сараларҙан да ситтә ҡалмай һәм баҡса, емеш-еләк, йәшелсә үҫтереү менән мауыға. Бөгөнгө көндә һыйыр, һарыҡ, тауыҡ ҡарап, мәж килеп донъя көтәләр.
Яңыбай һылыуы – пар ҡанаты Гөлсинә менән ике балаға ғүмер биреп, һәр береһен уҡытып, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар, балаларына йорт һалышып, ейән-ейәнсәрҙәренә терәк булып йәшәйҙәр.
– Ата-әсә өсөн балаларының матур ғаилә ҡороуын күреү – үҙе оло бәхет. Улым Вилдан, ҡыҙым Гөлназ менән ғорурланам. Һәр береһенең үҙенең ғаиләһе, эше бар, Аллаға шөкөр, бөгөнгө көндә ете ейән-ейәнсәр булыуына шатланып йәшәйбеҙ, – ти Данил Фәғил улы.
“Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр”, – ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Ата-әсәһенән, олатай-өләсәләренән күреп, ейән-ейәнсәрҙәре эшһөйәр, ярҙамсыл һәм телһөйәр. Ҡыҙҙары Гөлназ Мәсетле районының балалар шифаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй, республикала билдәле массажист Ринат кейәүҙәре менән өс бала үҫтерәләр. Һөләймән ауылында төпләнгән кесе улдары Вилдан да матур йорт һалып, ата-әсәһенә ярҙамлашып, бына тигән итеп йәшәй.
Әлеге көндә Данил Фәғил улы мәктәп директорының хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй. Ул – сабыр, кешелекле, ябай. Ауылдаштарына, туғандарына ер һөрөп, бесән эшләп ярҙам итеп тора. Шуға ла уны ауыл халҡы ярата һәм хөрмәт итә.
Искәндәр МӨХӘМӘТЙӘНОВ,
Айып ауылы.

* * *

Һөләймән ауылында йәшәүсе һөйөклө тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡарттайыбыҙ ДАНИЛ ФӘҒИЛ улы ЙӘНТҮРИНды күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Алдағы тормошоңда һине яҡты һәм бәхетле көндәр көтһөн, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Һәр ваҡыт шундай изгелекле, йомарт, иң яратҡан булып ҡал. Бәлә-ҡазалар урап үтһен, яҡындарыңдың иғтибары һәм хәстәрлеге күңелеңде нурлаһын.
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло бер терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк булһа,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк!
Ҡотлау менән тормош иптәшең,
балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор: