Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
23 Июнь 2023, 15:55

Шөғөлөнән ләззәт алып

Оло Аҡа ауылында алтын ҡуллы ир-уҙаман йәшәй. Оҫта Вәис Фәтихов үҙе мини-трактор йыйған.

Шөғөлөнән ләззәт алып
Шөғөлөнән ләззәт алып

Йәштән токарь булып эшләй ул, был һөнәргә бала саҡтан уҡ ҡыҙыҡһыныу уяна. Совхозда алдынғылар рәтендә була. Тырыш хеҙмәте өсөн шифаханаға бушлай путевка ала, бер нисә тапҡыр хужалыҡтың почет грамоталары менән наградлана.
Трактор йыйыу менән Вәис Фәтихов пенсияға сыҡҡас шөғөлләнә башлай. Башта ул ватылған техниканы ремонтлай, һуңынан был эш уны шул тиклем мауыҡтыра, әүрәп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Бер аҙҙан ул үҙенә токарь станогы һатып ала. Хәҙер ҡайһы бер инструменттарҙы, алмаш частарҙы үҙе эшләй, башҡа кәрәкле элементтарҙы авторазборҙа һатып ала.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 23 июндә 25е һанында уҡығыҙ.

Автор: