Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
16 Март 2023, 09:45

Үкенерлек түгел үткәндәр

30 йыл ғүмерен мәҙәни тормош менән бәйләгән Зифа Аҙнабай ҡыҙы Сәлмәнова 70 йәшлек юбилейын ҡаршыланы.

Үкенерлек түгел үткәндәр
Үкенерлек түгел үткәндәр

Тыуып үҫкән ауылында халыҡҡа бар һәләтен биреп хеҙмәт итә алыуына ул бик шат. Биш балалы татыу ғаиләлә иң уңған, сая ҡыҙ булып үҫеп етә. Ниндәй эшкә тотонһа ла шартлатып эшләп ҡуйыуы бәләкәйҙән килә. Атаһы менән бергә бар ауыр ир-егет эштәренән һис ҡурҡып тормай башҡарған ҡыҙҙы ауылдаштары, Аҙнабайҙың шәп улы, тип шаярталар. Сөнки сүкеш, балта, көрәк төшмәй ҡулдарынан. Атай менән утын әҙерләйҙәр, мал ҡарап, йорт тирәһен дә тәртиптә тоталар. Сталинград блокадаһында һаулығын ҡаҡшатып, яраларҙан яфаланған фронтовик өсөн ҡыҙы шулай таяныс-йыуаныс була. Мәктәптә лә уҡыу алдынғыһы ҡыҙ сәнғәткә ылыға. Концерттар унһыҙ үтмәй. Шиғыр һөйләргә, йырларға, бейергә ярата, ойоштороу һәләте бала саҡта уҡ формалаша. Әбдрәхим ауылы ҡыҙы Миңйыһан Әсҡәрова менән бер партала ултыралар.
– Зифаны онотоу мөмкин түгел. Гел шаяртып-көлөп йөрөгән алсаҡ һылыу ҡыҙ ине. Класты өйөртөп йөрөткән, ярҙамсыл, тырыш уҡыусы булып хәтерҙә уйылып ҡалды, – ти класташы.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 10 мартының  10ы һанында уҡығыҙ.

Автор: