Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
13 Март 2023, 12:15

Сираевтар – уңған ғаилә өлгөһө

“Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” һөнәри оҫталыҡ район конкурсында Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Филүс Сираев иң яҡшы эшҡыуар тип танылды. Беҙ уның менән яҡынданыраҡ танышырға булдыҡ.

Сираевтар – уңған ғаилә өлгөһө
Сираевтар – уңған ғаилә өлгөһө

Йәш Филүс иңенә бала сағынан уҡ бик күп ауырлыҡтар төшә. Уға 10 ғына йәш сағында атаһы инвалид булып ҡала. Ғаилә башлығы башҡарған эштәрҙе улына атҡарырға тура килә: әсәһенә һыйырҙарҙы, ваҡ малдарҙы, ҙур баҡсаны ҡарарға ярҙам итә.
Мәктәпте тамамлағандан һуң Яраҫтау училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Техник инвентаризация бюроһында техник-инвентаризатор булып башлай. Өйләнгәндән һуң кирбес заводында, коммуналь хужалыҡта, электр селтәрҙәрендә эшләй. Ике тәүлек эшләп, ике ял көнөндә йөк ташыу менән шөғөлләнә, электрик, сантехник хеҙмәттәрен күрһәтә, пластик тәҙрәләр ҡуйырға өлгөрә. Бынан тыш, улар тормош иптәше менән бик күп мал аҫрай, киләсәккә аҡса туплай.
– 2013 йылда дуҫтарым үҙ эшемде асырға тәҡдим итте, – тип һөйләй Филүс Нәҡиф улы. – Һәм мин уйға ҡалдым, ниңә башлап ҡарамаҫҡа?! Ҡатыным менән һөйләшеп алғандан һуң, тотонорға ҡарар иттем. Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендә тәжрибәм юҡ, әммә үҙеңә эшләй башлау теләге тыуҙы һәм уйланылғандың барыһы ла килеп сығыуына ышаныс бар ине

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 10 мартының  10-сы һанында уҡығыҙ.

Автор: