Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
27 Февраль 2023, 11:30

Уның булмышы – изгелек эшләү

Ришат Фәрүәз улы Даянов Тимерәк ауылында йәшәй. Салауат Юлаев исемендәге колхозда электрик булып эшләне. Кәрәкһә гараж, ферма, ырҙын табаҡтарындағы механизмдарҙы ремонтлап, ҡыҙыу эш осоронда дежур эшен алып барҙы.

Уның булмышы –  изгелек эшләү
Уның булмышы – изгелек эшләү

Әле лә мәҙәниәт йорто, фельдшер пункты кеүек объекттарҙа эш сығып ҡына тора. Йонос ауыл биләмәһе халҡы ла уға мөрәжәғәт итә. Саҡырыуҙарға үҙе ваҡыт билдәләй һәм теүәл шул сәғәттә килеп етеп эшкә тотона. Электр үткәргестәрҙе яңыртып, һоҡланғыс итеп эшләп ҡуя. Газ плитаһы, үтек, самауыр, сепарат, сәйнүктәрҙе ҡабат “терелтеп” ебәрә һәм ихлас рәхмәт һүҙҙәре ишетә.
Тыуған еренә һөйөүе, тартылыуы шул тиклем көслө, ситтә йәшәр кеше түгел. Аҡса табыу өсөн ситтә эш эҙләү уға ят.
Күпләп мал тота: кемгә ит, йомортҡа, тауыҡ кәрәк, йыл әйләнәһенә тиерлек унан барып алырға була. Йырҙа ла бит:
Егет тә генә, ай, хур булмаҫ,
Ҡулдарында уның мал булһа, – тиелә.
Мәҡәлдәгесә етмеш төрлө һөнәр ҙә уға ят түгел. Тимер, ағас эштәре ҡулынан килә.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 22 февралдә 8е һанында уҡығыҙ.

Автор: