Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
16 Декабрь 2022, 09:45

Туған телде яратығыҙ

2019 йылдан башлап 14 декабрҙә Башҡортостанда республика Башлығы указы менән Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был дата осраҡлы ғына һайланмаған – ул башҡорт мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә һәм мәғрифәтенә ҙур өлөш индергән күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө.

Туған телде яратығыҙ
Туған телде яратығыҙ

Миләүшә Фәттәхова – районыбыҙҙа башҡорт телен һаҡлауға ҙур өлөш индергән, йәш быуында уға һөйөү уятҡан уҡытыусыларҙың береһе. Уның дөйөм педагогик эш стажы 26 йыл тәшкил итә.
Миләүшә Ғәлимйән ҡыҙы Аҙанғол ауылында тыуған. Тайыш мәктәбенең алты класын тамамлағас, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға инә. Тәүҙә имтихан йомғаҡтары буйынса математика класына эләгә. Ләкин туған тел уҡытыусыһы, ҡыҙҙың тел байлығын, әҙәбиәткә һөйөүен күреп, уны гуманитар класҡа күсерә. Артабан ул Башҡорт педагогия университетында уҡыуын дауам итә. Уҡыған ваҡытта Тайыш мәктәбендә практика үтә. Буласаҡ педагог үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә һәм бында ҡайтырға теләк белдерә.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 16 декабрҙә 50е һанында уҡығыҙ.

Автор: