Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
30 Ноябрь 2022, 09:05

Залина Кәримованың изге юлы: Яңы Мөслим ауылында йәшәүсе уҡыусы ололарға ярҙам итә

Башҡортостандың “Маҡсат” төбәк йәмәғәт йәштәр ойошмаһы һәм “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды булышлығында “Ярҙам – изге эштәр ваҡыты” проектын тормошҡа ашыра.

Залина Кәримованың изге юлы: Яңы Мөслим  ауылында йәшәүсе уҡыусы ололарға ярҙам итә
Залина Кәримованың изге юлы: Яңы Мөслим ауылында йәшәүсе уҡыусы ололарға ярҙам итә

Мәсетле районы Яңы Мөслим мәктәбенең алтынсы класс уҡыусыһы Залина Кәримова – “Ярҙам – изге эштәр ваҡыты” рубрикаһының сираттағы геройы. Залинаға ни бары 12 йәш, әммә ҡыҙҙы бөтә ауыл белә. Ул асыҡ һәм изге күңелле, ярҙамсыл булыуы һәм уңғанлығы менән айырылып тора. Уға ярҙам һорап оло йәштәгеләр, яңғыҙ йәшәгән инәйҙәр мөрәжәғәт итә. Ҡыҙ барыһына ла ярҙамлашырға тырыша – магазинға барырға, баҡсаға һыу һибергә, картуф утарға, өйҙәрен йыйыштырырға әҙер.
Апай
Тәүҙә ул класс етәксеһе Фәриҙә Байрамғәлина етәкселегендә үҙенең класташтары менән ололарға ярҙам итергә йөрөй. “Винни-пух” отряды мохтаждарға ҙур теләк менән булыша. Малайҙар ҡышын, өйҙәренә табан тигеҙ юлдар һалып, ҡарттарҙың йорттарын ҡарҙан таҙарта. Яҙын түтәл ҡаҙыйҙар, ҡыҙҙар ихатаны һеперә, тирә-яҡты таҙарта, өй эсен тәртипкә килтерә – саңды һөртә, һауыт-һабаны, иҙәнде йыуа...

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 25 ноябрҙә 47е һанында уҡығыҙ.

Автор: