Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
9 Ноябрь 2022, 12:05

Тегеү эше – түҙемлеләр шөғөлө

Һәр ҡыҙ бала сағында ҡурсаҡтарына кейем тегеп, әсәһе өсөн 8 Мартҡа салфетка бәйләп йәиһә өләсәһенең тыуған көнөнә сәскә сигеп ҡарағандыр, моғайын. Ә мәктәптә уҙған технология дәрестәрен ҡыҙҙар һәр саҡ йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала, сөнки күптәр шунда тәүге тапҡыр юбка, күлдәк, алъяпҡыс тегеп ҡарай. Элек тегеү оҫталығына һәр яҡшы хужабикә эйә булһа, хәҙер был – һирәк осрай торған һәләт.

Тегеү эше – түҙемлеләр шөғөлө
Тегеү эше – түҙемлеләр шөғөлө

Тегенсе эше күп яҡлы һәм ҡыҙыҡлы. Ошо һөнәргә эйә булғандар төрлө образдар тыуҙыра, кешеләргә ҡабатланмаҫ стилен табырға ярҙам итә, өҫтәмә аҡса эшләү мөмкинселегенә эйә, ғөмүмән, яратҡан шөғөлө ғүмерлек эшенә әүерелеүе лә мөмкин.
Бөгөн һеҙгә Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе Альбина Моратшина хаҡында һөйләйәсәкбеҙ. Ул ҡул эшенең был төрө менән бала саҡтан мауыға.
– Мин бәләкәй сағымда тегә башланым. Башта иҫке кейемдәрҙән ҡурсаҡтарға күлдәктәр тектем. Әсәйем минән һуң энәләрен һанап еткерә алмай торғайны, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Альбина Нурияз ҡыҙы. – Өлкән кластарҙа, киҫеү һәм тегеү процестарын өйрәнеп, үҙем өсөн кейемдәр эшләй башланым. Әлдә өйҙә тегеү машинаһы бар ине, унда мин тәүге күнекмәләр алдым.
Альбина Силәбе өлкәһенең Сулея ҡасабаһында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Өфөгә юллана һәм Әхмәт Дәүләтов исемендәге 10-сы һөнәрселек лицейына уҡырға инә. Уҡыу йортон ҡыҙыл диплом менән тамамлап, тегенсе-бесеүсе һөнәрен алып сыға. Шулай уҡ лицейҙа уҡыған ваҡытта “Ҡорған дизайны һәм йорт туҡымаһы предметтары” өҫтәмә курстарын үтә. Һуңыраҡ Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының киске бүлегендә “Теген изделиеларын ҡороу” һөнәрен үҙләштерә, уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай. Шул уҡ ваҡытта сәхнә өсөн бейеү, гимнастика һәм фигуралы шыуыу кейемдәре тегеү буйынса ижади оҫтаханаларҙа эшләй. Бынан тыш, йомшаҡ мебель етештереүҙә эшләп, хеҙмәт тәжрибәһе туплай.
Мәсетле егетенә кейәүгә сығып, тормош иптәше менән Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп килә. Ике бала тәрбиәләйҙәр.
Хәҙер оҫтабикә балалар һәм өлкәндәр өсөн заказ буйынса кейем, шулай уҡ йорт әйберҙәре – ҡорған, япма, мендәр, түшәк кәрәк-яраҡтары тегә, кейем йүнәтеү менән шөғөлләнә. Балалары өсөн карнавал костюмдары эшләй.
Альбина Моратшинаның даими клиенттар исемлеге киңәйә, улар уның хаҡында дуҫтарына, туғандарына һәм таныштарына һөйләй. Оҫтабикәнең эштәре айырыуса уҡыу йылы, Яңы йыл байрамдары һәм сығарылыш кисәләре алдынан күбәйә. Мосолман кейемдәре эшләүгә лә заказдар күп: сәллә һәм күлдәктәр тегә.
Ул тегеү эшенә етди ҡарай. Был бик нескә, күп көс, иғтибар һәм ныҡышмалылыҡ талап иткән эш.
– Тегә башлар алдынан яңы туҡыманы мотлаҡ ҡул менән йыуам, ултырыу дәрәжәһен тикшерәм. Әйберҙе тәүҙә ҡағыҙҙан бесәм, һуңынан туҡымаға күсерәм. Әйберҙәр һәр ваҡыт өҫтә килешле ултырһын өсөн ике, ә ҡайһы берҙә өс тапҡыр кейҙереп ҡарайым. Айырыуса күп ваҡытымды дымлы-йылы эшкәртеүгә бүләм. Һәр бөрмәһе яҡшылап, ентекле үтекләнгән булырға тейеш, – ти Альбина.
Тегенсенең төп ярҙамсыһы – электр тегеү машинаһы. Туҡыма һәм фурнитураны, нигеҙҙә, урындағы йәиһә Мәсәғүт ауылындағы магазиндарҙа һатып ала, ҡайһы берҙә ҡыҙыҡлы һәм ғәҙәти булмаған тегенеү әйберҙәрен интернетта таба.
Киләсәктә оҫтабикә өҫтәмә тегеү ҡорамалы һатып алырға һәм клиент базаһын киңәйтергә ниәтләй.
– Эшемде яратам, сөнки ул мине, айырыуса ҡәнәғәт клиенттарҙы күрһәм, илһамландыра һәм ыңғай хис-тойғолар бирә, – ти Альбина.
Айһылыу ҒӘЛӘМШИНА.

Автор:Лариса Михалькова