Мәсетле тормошо
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
31 Октябрь 2022, 10:55

Ҡулынан һәр эш килә

Йыланыш ауылынан ҡул эштәренә маһир Вәсилә Фәтхетдинова үҙенең һәләте менән тирә-яҡта дан тота. 25 йыл инде Х. Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле мәктәбендә технология уҡытыусыһы булып эшләгән оҫта бер үк ваҡытта музей етәксеһе булып та тора.

Ҡулынан һәр эш килә
Ҡулынан һәр эш килә

Ул заманса техникала эшләү оҫталығына эйә, яңы уҡыу программаларын үҙләштереүен дауам итә, заман менән бергә атлау өсөн барыһын да эшләй. Уның дәрестәре ярҙамында балалар сәнғәткә, ижадҡа ынтыла.
Ә ҡағыҙҙы урап эшләнгән сымдар-ҙан үреү техникаһына ул осраҡлы ғына юлыға һәм шунда уҡ эшкә тотона. Интернетта бик күп мәғлүмәт таба һәм оҫталыҡ дәрестәре буйынса ҡағыҙ сымдарҙан үрергә өйрәнә.
Гәзит ҡағыҙын ул ҙур булмаған һыҙаттарға ҡырҡа, һуңынан уны бәйләм бәйләй торған нәҙек энәгә тығыҙлап урай. Оҫтаның әйтеүенсә, был әҙерлек осоро оҙайлығы буйынса үреүгә киткән ваҡытҡа тиң. Һәр изделиеға ҡағыҙ таҫманан эшләнгән йөҙҙәрсә сым китеүе ихтимал.
Ҡағыҙҙан үреү эштәрен башҡарған осорҙа Вәсилә Фәтхетдинова бик күп тәжрибә үткәрә, үреү техникаһын һәм биҙәктәрҙе эшләүҙе камиллаштыра, шуға күрә ҡайҙалыр уныҡына оҡшаш әйберҙе табып булмай.
– Был идея мине әсир итте, бер эште бер көн эсендә эшләй алам, әммә ғәҙәттә һәр эшкә күберәк ваҡыт талап ителә. Кәрәкле ҡағыҙ сым менән үреү техникаһын һәр кем үҙләштерә ала, иң мөһиме, сабырлыҡ, ижад итергә ҙур теләк булырға тейеш, – тип һөйләй оҫтабикә.
Уның шәхси иҫәбендә бер нисә тиҫтә эше бар, әммә улар өйҙә оҙаҡ тотҡарланмай: ул уны йыш ҡына туғандарына, дуҫтарына һәм таныштарына бүләк итә.
Һәләтле педагог үҙенең бөтә белем һәм тәжрибәһен оҫталыҡ дәрестәрендә уҡыусылары менән уртаҡлаша. Балалар дәрестәренә ҙур теләк менән йөрөй, сөнки унда улар күп яңы, ҡыҙыҡлы нәмәләр белә.
Вәсилә Фәтхетдинованың ике ейәнсәре бар: Аделина менән Азиза. Олоһо, өләсәһенә оҡшап, үҙе муйынсаҡтар яһай, өләсәһенә ҡунаҡҡа килгәндә ҙур теләк менән уға шедеврҙар эшләргә ярҙам итә.
Гәзит ҡағыҙынан үреүҙән тыш, Вәсилә апай тегеү, бәйләү, сигеү, сәйлән үреү һәм сәскәләр үҫтереү менән шөғөлләнә. Хужабикә әйтеүенсә, ул эшһеҙ ултыра алмай. Уның баҡсаһында 30-ҙан ашыу күп йыллыҡ сәскә үҫә.
Шулай уҡ стилләштерелгән башҡорт костюмдары, биҙәкле муйынсалар тегә.
Таныштары уға хатта теген машинаһын йүнәтеүҙе һорап мөрәжәғәт итә, сөнки Вәсилә Ғәбделхаҡ ҡыҙының ҡулынан барыһы ла килә.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова