Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
31 Октябрь 2022, 09:30

Һөнәре буйынса кассир

Оҙаҡ йылдар бер урында эшләгән яҡташтарыбыҙ күп беҙҙең арала. Улар өсөн эш икенсе өйҙәре кеүек. Бындай хеҙмәткәрҙәр хеҙмәттәштәре һәм клиенттары менән ышаныслы мөнәсәбәт булдыра һәм ваҡыт үтеү менән үҙҙәре хеҙмәт иткән ойошманың визит карточкаһына әүерелә. Ундайҙар менән аралашыу күңелле, улар сәғәттәр буйына үҙҙәренең эше тураһында һөйләй ала. Шундай хеҙмәткәрҙәр иҫәбенә Рәзилә Нуриеваны индерергә мөмкин.

Һөнәре буйынса кассир
Һөнәре буйынса кассир

Ул 15 йыл Мәсетле районында иң ҙур автотранспорт предприятиеларының береһе булып торған “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһында кассир булып эшләй.
Рәзилә Ҡасимйән ҡыҙы Бурансы ауылында тыуып үҫкән. Йоматау ауыл хужалығы техникумын тамамлаған ҡыҙҙы йүнәлтмә буйынса Һабанаҡ ауылына ебәрәләр. Тәүҙә район ҡулланыусылар кооперативы магазинында һатыусы булып эшләй, һуңынан “Таң” совхозы контораһына бухгалтер булып күсә. Хужалыҡ тарҡалғандан һуң Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы автовокзалға урынлаша.
Һәм бына 2007 йылдан Рәзилә Ҡасимйән ҡыҙы автовокзалда кассир булып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ул үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте.
Коллегалары уның хаҡында, үҙ эшен яҡшы белгән профессионал, ти. Былтыр “Башавтотранс” предприятиеһы компанияның 100 йыллығын билдәләне. Байрам уңайынан ул Өфө ҡалаһында урынлашҡан “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына бушлай путевка менән бүләкләнгән. Бер нисә тапҡыр почет грамотаһы, рәхмәт хаттары менән наградланған.
Ул – ихлас, уңған ҡатын, улы менән ҡыҙына һөйөклө әсәй, биш ейәненә яратҡан өләсәй. Эштән буш ваҡыттарында ейәндәр тәрбиәләргә ярҙам итә, йәйгеһен баҡсала күп итеп сәскәләр үҫтерә. Скадинав таяҡтары менән тәбиғәткә сығырға ярата, ә ҡыш көнө ғаиләһе менән бергә саңғыла йөрөй.
Эльзида УСМАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова