Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
19 Октябрь 2022, 09:00

Бар сәскәләр ҙә күркәм...

Тышта көҙ... Был мәлдә һәр кемдең күңелен йәмле йәйҙе һағыныу той-ғоһо баҫа, ә күңелдә яҡты хәтирәләр һәм тәьҫораттар йәшәй бирә. Ҡайһы берәүҙәр күңелендә был йәйҙән ҡайҙалыр алыҫта ял иткән мәлдәре, икенселәрҙә баҡса тулы мәшәҡәттәре һәм өлгөргән емештәре менән иҫтә ҡалған.

Бар сәскәләр ҙә күркәм...
Бар сәскәләр ҙә күркәм...

Баҡсаларҙағы ошо төрлөлөк араһында күҙҙәрҙе иркәләүсе, төрлө һауа шарттарында ла күңелде йылытҡаны бар. Күҙҙең яуын алғандары, әлбиттә, – сәскәләр. Бөгөн һүҙебеҙ ошо матурлыҡты бала кеүек тәрбиәләгән һәүәҫкәр сәскә үҫтереүсе хаҡында. Уларҙың ихатаһы янынан уҙғанда һоҡланып ҡарамау мөмкин түгел, сөнки унда тәбиғәттең күп төрлө сәскәләре күҙҙе ҡамаштырып, хуш еҫтәрен бөркөп, иғтибарҙы үҙенә тарта. Асыҡланыуынса, сәскә үҫтереү – бик күп ваҡыт та, аҡса ла, сыҙамлылыҡ та талап иткән эш.
Быларҙың барыһын да үҙ тәжрибәһендә татыған һәм үҙенең тирә-яғында матурлыҡ тыуҙырған яҡташтарыбыҙ арабыҙҙа бихисап.
Гөлсөм Әлфит ҡыҙы Һабанаҡ ауылында тыуып үҫкән. 8-се класты тамамлағас, ҡояшлы Үзбәкстанға сығып китә. 20 йыл бухгалтер булып эшләгәндән һуң йәшәү урынын үҙгәртергә ҡарар итә һәм Себер тарафтарына, Нижневартовск ҡалаһына юллана. Кейәүгә сыға, улы тыуа һәм, күп тә үтмәй, ғаиләһе менән тыуған ауылына ҡайта. Һабанаҡта ата-әсә йорто ғына була, шунлыҡтан ҙур булмаған өй һатып алып, уны төҙөкләндерә башлайҙар. Улы Константин Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһын тамамлағас, армияла хеҙмәт итә. Бөгөн Солтан Бикеев исемендәге Өфө күп профилле колледжында төҙөүсегә уҡып йөрөй.
Ире Андрей Нижневартовск ҡалаһына вахта ысулы менән йөрөп эшләй.
Гөлсөм Игнатьева быйыл 60 йәшлек юбилейын билдәләне. Бөгөн ул иркен өйҙә йәшәй. Уңған хужабикәнең ҙур баҡсаһында ниндәй генә үҫемлектәр, сәскәләр юҡ! Ихатаһындағы төрлөсә итеп эшләнгән сәскә түтәлдәре лә гүзәллек биреп тора тирә-яҡҡа.
Хужабикә менән аралашыу бик фәһемле булып сыҡты. Бында һәр эштең үҙ нескәлектәре бар: ҡайһы бер сәскәләр тәрбиәләүҙе талап итмәй, икенселәре, киреһенсә, балалар кеүек көйһөҙ. Береһе ҡояш нурында ҡойонорға ярата, ә икенсеһе – һыуыҡтан ҡурҡа. Минеңсә, был бик ҡатмарлы эш, ә исемдәрен әйтеү, уларҙы иҫтә ҡалдырыу бигерәк тә. Бер нисә төрлө клематис, хоста, дерен, гелиотроп…
Гөлсөм Әлфит ҡыҙы әйтеүе буйынса, сәскәләрҙе ул бала саҡтан ярата. Был матурлыҡты ул күңел талабы буйынса үҫтерә: “Ихатаға саф һауа һуларға сығаһың, ә унда... сәскәләргә ҡарап ҡыуанаһың, күңел күтәрелә”. Әгәр ваҡытында тәрбиәләп торһаң, әллә ни күп ваҡыт та талап итмәй: ултыртаһың, ашлама индерәһең һәм һыу һибәһең. Иртәле-кисле берәр сәғәт, ҡояш байығас. Бер ҡыйынлығы ла юҡ”.
Гөлсөм апай әйтеүе буйынса, сәскәләрҙе тәрбиәләүҙә әллә ни сер юҡ. Фәһемле фекерҙәрҙе “Сад-огород”, “Цветок” журналдарынан ҡарай, ундағы кәңәштәр буйынса эшләй. Яңылыҡтарҙы һәр ваҡыт күҙәтеп бара, оҡшаған сәскә булһа, бер нимәгә ҡарамай, шунда уҡ орлоҡтарын яҙҙырып та ала.
Орлоҡҡа, гөл һауытына, ашламаларға киткән сығымдарға хужабикә аҡсаһын йәлләмәй, сөнки аҙаҡҡы һөҙөмтә быға торошло.
Көндәр һалҡынайыу менән баҡса сәскәләренең бер өлөшө өй гөлдәренең иҫәпһеҙ һанын тултырып, йылы өйгә “күсенә” һәм унда яҙға тиклем үҙенең хужабикәһен, ғаилә ағзаларын ҡыуандыра.
Һәр сәскә үҙенсә матур, тип иҫәпләй хужабикә.
Эйе, көҙ миҙгеле бер аҙ моңһоу, әммә тирә-яғыңда, сағыу төҫтәре менән күңелдәреңде күтәреп, гөрләп гөлдәр сәскә атһа, көҙҙәр ҙә йәмле була икән. Барыһы ла – беҙҙең ҡулда.
Эльзида УСМАНОВА.

Бар сәскәләр ҙә күркәм...
Бар сәскәләр ҙә күркәм...
Бар сәскәләр ҙә күркәм...
Бар сәскәләр ҙә күркәм...
Бар сәскәләр ҙә күркәм...
Бар сәскәләр ҙә күркәм...
Автор:Лариса Михалькова