Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
30 Август 2022, 16:55

Ихатаһы тулы – гөл-сәскә

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүселәрҙең күптәренең ихаталары иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем йәшел үҫентеләр, гөл-сәскәләргә күмелеп ултыра. Революция урамы буйлап үткәндә күҙҙең яуын алып ултырған сағыу гөлдәр баҡсаһы бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр, моғайын. Беҙ был баҡсаның хужабикәһе Мәйсәрә Солтановала ҡунаҡта булдыҡ. Сәфәребеҙ ысын экскурсияға әүерелде.

Ихатаһы тулы – гөл-сәскә
Ихатаһы тулы – гөл-сәскә

Элек Мәйсәрә Хәлил ҡыҙы сауҙа өлкәһендә эшләгән, хәҙер – сәскә үҫтереүсе-һәүәҫкәр, намаҙ уҡый.
Уның баҡсаһында үҫкән төрлө-төрлө күп йыллыҡ сәскәләр күҙҙе ҡамаштыра. Иң яратҡан гөлө – сальвия.
– Тәрбиәләгән үҫемлектәремә һаҡсыл ҡарайым, сөнки улар һинең күңел торошоңдо һиҙгер тоя. Әгәр баҡсала сальвияларым юҡ икән, баҡса буш кеүек тойола. Айҙың ғинуар-февраленән орлоҡ ултырта башлайым, ошо матурлыҡ менән бергә йәшәйем, – ти ул.
Мәйсәрә Солтанова йәш сағында умартасылыҡ менән шөғөлләнгән.
– Бал ҡорттарын тотҡан саҡта уҡ сәскәселек менән шөғөлләнә башланым. Улар күҙҙәрҙе ҡыуандырып, умарталар араһында үҫте. Күп кенә сәскә үҫтереүселәр кәңәш һорап мөрәжәғәт итә, уларҙың һорауҙарына яуап бирәм, тәжрибә уртаҡлашам. Бөтөн матурлығын биреп, тейешле кимәлдә сәскә атһын өсөн уны үҫтереү еңел түгел. Ҡасан һәм нисек ултыртырға, тәрбиәләргә, эшкәртергә, туҡландырырға, ҡышҡылыҡҡа нисек әҙерләргә икәнлеген белергә кәрәк.
Әлбиттә, был һөйкөмлө ҡатын баҡсаһын үҙе һәм ғаиләһе өсөн сәскәләргә күмгән, ләкин тап ошондай кешеләр-ҙең тырышлығы менән ауылдарыбыҙ үҙгәрә, йәмләнә.
Альбина ЗАРИПОВА.

Автор:Лариса Михалькова