Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
1 Август 2022, 14:05

Хөрмәтле ил ағаһы 80 йәшлек юбилейын билдәләй

Марат Ғафаров – Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, “Мәсетле тормошо” гәзитенең әүҙем штаттан тыш хәбәрсеһе, Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, биш китап авторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, Рәшит Әхтәри исемендәге район премияһы лауреаты.

Хөрмәтле ил ағаһы 80 йәшлек юбилейын билдәләй
Хөрмәтле ил ағаһы 80 йәшлек юбилейын билдәләй

Марат Фазылтдин улын мәсетлеләрҙең күбеһе тыуған яҡты өйрәнеүсе, мәҙәниәтен һәм тарихын һаҡлаусы булараҡ белә. Уның ярҙамында беҙҙең районда беренселәрҙән булып шәжәрә байрамдары үткәрелә башланы, башҡорт музыка ҡоралдарында уйнаусылар конкурсы ойошторолдо, район мәктәптәрендә, мәҙәниәт һәм мәғариф бүлектәрендә музейҙар барлыҡҡа килде. Ул район гәзите, шулай уҡ республика ваҡытлы матбуғаты менән әүҙем хеҙмәттәшлек итте, тыуған төйәгенең тарихы, мәҙәниәте тураһында тиҫтәләгән мәҡәләләр баҫтырҙы, китаптар сығарҙы. Педагогик хеҙмәт ветераны, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, Рәшит Әхтәри исемендәге район премияһы лауреаты Марат Ғафаровтың райондың ижтимағи, мәҙәни һәм мәғариф тормошона индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Ул – Борғатья ауылында тыуған. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Салауат нефтехимия комбинатында эшләй. Биш йылдан һуң тыуған яғына ҡайтҡан. Уға “Уңыш” ирекле спорт йәмғиәте рәйесе вазифаһын тәҡдим итәләр. Кешеләрҙе спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү маҡсатында ул колхоз һәм совхоз хеҙмәткәрҙәре араһында ярыштар үткәрә. Бер үк ваҡытта ситтән тороп юғары белем ала. Дүртенсе курсты тамамлағандан һуң, уны Мәләкәҫ мәктәбенә күсерәләр, унда ул 15 йыл эшләй, шуның 11-ен директор була. 1986 йылдан 2003 йылға тиклем район мәғариф бүлегендә методик кабинет мөдире вазифаһын башҡара. Лайыҡлы ялға сыҡҡансы район музейы етәксеһе булып эшләй.
Марат Фазылтдин улы менән Рәмилә Карам ҡыҙы ике ул һәм ҡыҙ үҫтереп, лайыҡлы белем бирҙе. Ә бөгөн улар балаларының, ейәндәренең уңыштарына һөйөнөп, уларҙың хәстәрендә донъя көтә.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Марат Ғафаров дәртләнеп, ижади идеялар менән янып йәшәй. Уның маҡсатҡа ынтылышы һәм эшһөйәрлеге һоҡланыуға лайыҡ. Ул – күренекле кеше, уның хеҙмәттәре юғары баһалана. Бөтә ғүмерен тыуған районы мәнфәғәтенә эшләүгә арнаны. “Мәсетле тормошо” гәзитендә баҫылып сыҡҡан һәм уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған тыуған яҡтың тарихы, уның кешеләре тураһында мәҡәләләр яҙа. Сөнки уларҙа ул үткән тарих тураһында ғына түгел, кешеләрҙең яҙмышы тураһында ла бәйән итә.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова