Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
24 Май 2022, 10:05

Тыуған төйәккә тоғролоҡ һәм һөйөү

Уҙған йылда республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән “Атайсал” проекты ғәмәлгә инде.

Тыуған төйәккә тоғролоҡ һәм һөйөү
Тыуған төйәккә тоғролоҡ һәм һөйөү

Был портал ярҙамында теләгән бер кеше үҙенең тыуған төйәге өсөн бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә ала йәиһә меценат булыу мөмкинселегенә эйә. Ниндәйҙер сумманы айырым бүлеп йәиһә халыҡҡа ҡушылып, республика һәм ауыл өсөн мөһим булған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтергә мөмкин: стадион, клуб төҙөү, шишмә, парктарҙы төҙөкләндереү. Шулай уҡ, башҡалар ҙа белһен өсөн, сайтта эшләнгән эш һөҙөмтәләре менән фотолар һалып, уртаҡлашырға мөмкин.
Яңыраҡ Өфө ҡалаһында меңдән ашыу башҡорт меценаты, яҡташтар ойошмаһы вәкилдәре, руханиҙар һәм башҡалар ҡатнашлығында “Яҡташлыҡ көсө” форумы уҙҙы һәм “Атайсал” проектының аралыҡ эшенә йомғаҡ яһалды. Форумда Мәсетле районы делегацияһы составында сығыш яһаған Ишәле ауылы эшҡыуары Фәниә Тәхәүетдинованың проекты лидерҙар рәтендә булды. Беҙ был турала алдағы һандарҙың береһендә яҙған инек. Ул шәхси эшҡыуар ғына түгел, ә кесе тыуған иле, төйәге өсөн йән атҡан йәмәғәт эшмәкәре лә, меценат та.
“Атайсал” проекты нигеҙендә Фәниә Илһам ҡыҙы алты проектты тормошҡа ашырҙы: “Ҡояшҡай” балалар майҙансығы, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлегенә Ишәле, Ҡорғат ауылдарында стела, “Илһам” мәсете төҙөлдө, Ишәле ауыл клубына капиталь ремонт эшләнде.
Иң һуңғы тормошҡа ашҡан проекттарҙың береһе – “Ишәле” икмәкханаһы. Бәләкәй икмәкхана күп балалы ғаиләләргә, хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларға һәм ауылдың башҡа категория халҡына үҙе етештергән продукцияны айына ике тапҡыр бушлай бирә.
Икмәкхана, шулай уҡ яҡындағы ауылдарҙы яңы бешкән икмәк, икмәк-ҡалас изделиелары менән тәьмин итә. Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Ишәле икмәкханаһы” киоскы барлыҡҡа килде. Район үҙәгендә йәшәүселәргә бында фирма етештергән барлыҡ продукция төрөн һайлап алыу мөмкинлеге бар.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Тәхәүетдиновтар икмәкханаһы сүпрә ҡушмайынса, боронғо ысул менән ҡомалаҡ әсеткеһе һалып бешерә.
Тыуған районы һәм ауылы өсөн тырышҡан ауылдаштары менән ишәлеләр генә түгел, мәсетлеләр ҙә ғорурлана. Уның проекты һәм инициативаһы – кесе тыуған илгә һөйөү өлгөһө. Был турала Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин Фәниә Тәхәүетдиноваға атайсалын үҫтереүгә ҙур көс һалған өсөн Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының Рәхмәт хатын тапшырғанда әйтеп уҙҙы.
“Яҡташтар көсө” форумында республика Башлығы Радий Хәбиров “Атайсал” проектын тормошҡа ашырыуҙа шәхси өлөш индергәне һәм әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Фәниә Илһам ҡыҙына Рәхмәт хаты тапшырҙы.
– Форумда мин республикабыҙҙа һәм унан ситтә тыуған төйәгенә ярҙам итергә теләгән кешеләрҙең күплегенә инандым. Башҡа райондарҙа күп программалар ғәмәлгә ашырыла, беҙгә уларҙан өлгө алырға кәрәк. Бары бергәләп, кәңәшләшеп кенә беҙ ауылдарыбыҙҙы күркәмерәк һәм уңайлыраҡ итә алабыҙ, – ти Фәниә Тәхәүетдинова.
Меценаттың һүҙҙәренсә, ғәмәлгә ашыра торған пландары күп уның. Әйтәйек, ауылдарҙың йәмен ебәреп торған буш өйҙәр мәсьәләһен ауыл биләмәһе менән берлектә хәл итергә кәрәк. Ростов ауыл биләмәһендә йәшәүсе халыҡ күптән Тәкә ауылынан Свердловск өлкәһенең Сухановка ауылына юл һалыу тураһында хыял йөрөтә. Хәҙер Свердловск өлкәһендә йәшәүсе күп яҡташтары ярҙам күрһәтергә әҙер.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова