Мәсетле тормошо
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
25 Апрель 2022, 16:25

Изгелеге менән йөрәктәрҙе яулай

“Ғилем таратыу, балалар уҡытыу – донъялағы иң сауаплы эштәрҙең береһелер”, – тиелә Ҡөрьән Кәримдә.

Изгелеге менән йөрәктәрҙе яулай
Изгелеге менән йөрәктәрҙе яулай

70 йәшлек матур юбилейын ҡаршылаған Гөлсөм Таһирова 40 йылға яҡын ошо изге эш менән мәшғүл булды.
Ул – Ҡорғат ауылы ҡыҙы. Бөрө педагогия институтының физика-математика бүлеген тамамлап, Әбдрәхим мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Балаларҙың ап-аҡ ҡағыҙҙай күңелдәренә иң-иң яҡшы кешелек сифаттарын да белем менән бергә һалырға тейешмен тип, ҙур яуаплылыҡ менән һәр көн балалар янына ашыға ул. Эшен дә, балаларҙы ла яратыуы, үҙ предметын, методиканы яҡшы белеүе уға абруй килтерә. Аңлайышлы итеп ауыр темаларҙы аңлатыуы, һәр бала күңеленә асҡыс таба белеүе – уңыштарының нигеҙе. Уҡыусыларында үҙ фәненә ҡыҙыҡ-һыныу тәрбиәләп, сифатлы белем бирҙе, һәр һәләтле бала менән индивидуаль эшләүгә күп көс һалды. Шәп класс етәксеһе лә булды. Хәҙер рәхмәт һүҙҙәрен ишетеп ҡыуана.
Бер үк ваҡытта ауылдың мәҙәни тормошо уртаһында ҡайнаны. Агитатор, пропагандист, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булып уңышлы эшләне. Төрлө тематик кисәләр ойошторҙо. Эшен әсәнең баһаһын күтәреүҙән башлап ебәрҙе. Күңелдәрендә оло хазина йөрөткән талантлы апайҙарҙы ойоштороп, халыҡ йолаларын тергеҙеүҙә, районда тәүге тирмә ҡороуҙа уның да өлөшө мул. “Тальян” фольклор төркөмө Өфөлә халыҡ ижады бәйгеһендә сығыш яһау хоҡуғын алды.
Хеҙмәт алдынғыһы Сәғит Сәлим улы Таһиров менән ғаилә ҡороп, яҡшы тәрбиә биреп, уҡытып, үҙ өлгөләрендә тырыш һәм эшһөйәр, һөнәрле өс ул һәм ике ҡыҙ үҫтерҙеләр. Биш балаһына, ейәндәренә туй, никах үткәрәләр. Һәр балаға, ейәнсәренә үткән туйҙарҙа ике яҡтан да барлыҡ туғандарының күңелдәрен күрҙеләр киң күңелле
Таһировтар. Балалары хәҙер башлы-күҙле. Таһировтарҙың күркәм ҙур йорто сабыйҙар көлөүе, шаярыуҙары менән гөрләп тора. Ата-әсә йортона тартылып тора шат ейән-ейәнсәр-ҙәр, сөнки бында уларҙы яратып, көтөп алалар, һөйөп туймайҙар, ҡулдан килгәнсә ярҙам итәләр. Шатлыҡ өҫтөнә – шатлыҡ: юбилейына ейәнсәре бәпес алып ҡайтып һөйөндөрҙө Гөлсөм Мулламөхәмәт ҡыҙын. Шулай итеп абруйлы уҡытыусы ла, ихтирамлы әсәй, өләсәй, тоғро ҡатын да ул. Һаман да йәмәғәт эштәрендә актив. Ирле-ҡатынлы ауылда мәсет төҙөү өсөн янып йөрөй Таһировтар, өмәләрҙә төшкө аш улар йортонда үтә. Ҙур хужалыҡтары – аллы-гөллө сәскәлә, йәшелсә-еләкле, ҡош-ҡортло, мал-тыуарлы. Барыһына ла өлгөрә эшсән хеҙмәт ветерандары. Ҡунаҡсыл ғаилә мул табын ҡороп, әленән-әле ҡорбан ашы, аят, никах туйҙары кеүек йола һәм дини мәжлестәрҙә ауылдаштарын һыйларға ярата.
Булмышы менән уҡытыусы Гөлсөм апа халыҡ медицинаһы буйынса белемен байытыу юлында. Бик күп дарыу үләндәренән төнәтмә яһау рецептары менән мохтаждарға ихлас ярҙам күрһәтә, матур кәңәштәр бирә, ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер.
Коллегаһы Алһыу Рәсим ҡыҙы Ҡлысбаева менән, 30-лап ауыл йәштәрен туплап, “Рамай” пьесаһы менән район ауылдарында бик шәп сығыш яһап, халыҡты илатырлыҡ итеп уйнап, клубҡа телевизор алдылар. Халыҡ һаман шул саҡтарҙы онотмай иҫкә ала. Алҡышлап оҙата инеләр.
Шулай халыҡ ихтирамын, балалар һөйөүен тойоп йәшәүе менән бәхетле юбиляр-педагог.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Һүрәттә: Гөлсөм Таһирова 2000 йылғы сығарылыш класы менән. 

Автор:Лариса Михалькова