Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
18 Апрель 2022, 12:35

Белем һәм изгелек өләшә

Минең һөйләйһе һүҙем – үҙенең бар һәләтен эшенә биргән кеше тураһында. Уны башҡа һөнәрҙә күҙ алдына килтереү мөмкин дә түгел, сөнки үҙ эшен яратып башҡара. Һүҙ – Әләгәҙ ауылында йәшәүсе Ғәлиә Хәлилова тураһында.

Белем һәм изгелек өләшә
Белем һәм изгелек өләшә

29 йыл элек ул беҙҙең балалар баҡсаһына эшкә урынлаша. Ошо көндән алып был – уның өсөн икенсе өй һәм алмаштырғыһыҙ эш урыны. Хеҙмәт бурысы – балаларҙы мәктәпкә әҙерләү, хәреф танырға, иҫәпләргә, яман менән яҡшыны айырырға өйрәтеү.
Уның хеҙмәт характеристикаһында былай тип яҙылған: “Заманса талаптарға ярашлы эшләй, әүҙем уҡытыу формалары һәм ысулдарына эйә, дәрестә тәрбиәләнеүселәр менән төркөмдәрҙә һәм шәхсән эшләү алымдарын файҙалана...”. Рәсми документтың был юлдары тәрбиәсенең балаларға ҡарата һөйөү, белем биреү, изгелек өләшеү, өйрәтеү һәм ярҙам итеү теләге менән тулы тормошо хаҡында һөйләй.
Ғәлиә Рафаэль ҡыҙы етәкселегендәге күнекмәләр һәр ваҡыт форма һәм йөкмәтке төрлөлөгө менән айырылып тора. Улар кескәйҙәргә бик оҡшай, ярайһы уҡ һиҙелерлек һөҙөмтәләр килтерә – тәрбиәләнеүселәрҙең күбеһе программаны уңышлы үҙләштерә, һуңынан мәктәптә белем кимәленең яҡшы булыуын күрһәтә.
Ғәлиә Хәлилова ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, улар өсөн тәрбиә биреүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса тематик папкалар әҙерләй, әңгәмә һәм консультациялар үткәрә. Ул йыл һайын ауыл клубының ижади отчетында ҡатнаша, район Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә сығыш яһай. Шул уҡ ваҡытта йәмәғәт эштәрен алып барырға ла өлгөрә. Һәр ваҡыт һәм һәр нәмәлә әүҙем!
Үҙе тирәләй яҡшы, уңайлы мөхит булдырған талапсан педагог, изгелекле кеше, яҡшы ойоштороусы – дуҫтары, коллегалары уның хаҡында шулай ти. Балалар баҡсаһында йылдан-йыл ҙур ихтирам, йәш тәрбиәләнеүселәр һөйөүен, уларҙың ата-әсәләренең ихтирамын, ышанысын яулай. Ул үҙенең булмышын тапҡан тип юбилей көнөндә һис икеләнмәй әйтергә була.
Зөлфиә АБДУЛХАҠОВА, “Шишмәкәй” балалар
баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе,
Әләгәҙ ауылы.

Автор:Лариса Михалькова