Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
18 Март 2022, 16:00

Табиптың ышаныслы тылы

Үҙенең статусы буйынса шәфҡәт туташы табиптың уң ҡулы булып тора һәм пациентты дауалау процедураларын яҡшы белә. Сирлеләрҙең һауығыуы күбеһенсә шәфҡәт туташының үҙ бурыстарын профессиональ һәм аныҡ үтәүенә бәйле.

Табиптың ышаныслы тылы
Табиптың ышаныслы тылы

Пациентты төрлө яҡлап ҡарау, һәр төрлө диагностика һәм дауалау процедуралары – быларҙың барыһы ла терапия бүлегенең көндөҙгө стационар шәфҡәт туташы Ольга Акулова иңендә ята.
Ул Әләгәҙ ауылында тыуып үҫкән, бала саҡтан һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләргә хыяллана. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Красноуфимск медицина училищеһында шәфҡәт туташына уҡып сыға.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1988 йылда Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының балалар бүлексәһендә башлай, унда яңы тыуған сабыйҙарҙан алып биш йәшкә тиклемге балаларҙы ҡабул итә. Һуңыраҡ биш йәштән ун һигеҙ йәшкәсә балаларға медицина ярҙамы күрһәтә.
Балалар бүлеге персоналы ҡыҫҡартылғас, Ольга Геннадьевна неврология бүлегендә, ә бөгөн терапияла эшләй. Стационарҙа ятҡандар уны изге күңелле, ярҙамсыл кеше тип белә. Пациенттар уның хаҡында бик күп яҡшы һүҙҙәр әйтә, сөнки сирлене дауалау һөҙөмтәһе уның ҡатнашлығына, оҫта ҡулдарына, иғтибарына бәйле.
– Беҙҙең эштә сирле кешеләр менән эшләүҙең үҙенсәлектәре, нескәлектәре бар, – тип һөйләй Ольга Акулова. – Күп осраҡта уларҙы дауалау сифаты манипуляцияларҙы дөрөҫ башҡарыуҙан тора.
Ул дауаханаға йыш мөрәжәғәт итеүселәрҙе һәм уларҙың ауы-рыуҙарын яҡшы хәтерләй, һәр ваҡыт хәл-тороштары менән ҡыҙыҡһына. Йыш ҡына уның белеме һәм тәжрибәһенә таянған яҡындары, дуҫтары һәм күршеләренә кәңәштәр бирергә тура килә. Урамда йәиһә магазинда осратҡанда, билдәле бер сир буйынса нисек дауаланырға, тигән һорау менән дә мөрәжәғәт итәләр.
Әгәр кеше башҡаларға асыҡ күңел, хәстәрлек, иғтибар һәм ихтирам менән ҡараһа, кешеләр ҙә уға шундай уҡ мөнәсәбәттә була. Шуға күрә мәсетлеләр 33 йылдан ашыу шәфҡәт туташы булып эшләгән Ольга Геннадьевнаны хөрмәт итә. Хеҙмәттәштәре уны аҡыллы белгес, яуаплы хеҙмәткәр тип ҡабул итә, уға бик ҡатмарлы эште лә ышанып тапшырырға мөмкин. Ул – үҙ эшенең оҫтаһы, бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәй, һәр саҡ дәртле, күтәренке кәйефтә.
2002 йылдан Ольга Геннадьевна төп эше менән бергә Мәсетле электр селтәрҙәре ойошмаһында ла эшләй – предприятие хеҙмәткәрҙәренә иртәле-кисле медицина тикшереүе үткәрә.
– Мин үҙемде башҡа һөнәрҙә күҙ алдыма ла килтерә алмайым, – ти ул. – Коллектив, дауахана, пациенттар – минең ысын тормошом. Мин быны бер нимәгә лә алмаштырмайым.
Хеҙмәт эшмәкәрлегенең тәүге көндәренән алып Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында эшләгән тормош иптәше Александр Леонидович менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Акуловтар ғаиләһенең йорто һәм йәшелсә баҡсаһы ҙур. Улар тәбиғәт ҡосағында, саф һауала ял итергә ярата.
Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова