Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
8 Декабрь 2021, 09:20

Оло Аҡа почта бүлексәһе коллективы – берҙәм команда

“Рәсәй почтаһы” сираттағы Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө уҙғара.

Оло Аҡа почта бүлексәһе коллективы –  берҙәм команда
Оло Аҡа почта бүлексәһе коллективы – берҙәм команда

Гәзит-журнал алдырып уҡыусылар 2021 йылдың 6 декабренән 16-һына тиклем түбән хаҡ менән 2022 йылдың тәүге яртыһына почта йәшнигенә бер нисә баҫма, шул иҫәптән “Мәсетле тормошо” гәзите алыу өсөн абонемент тултыра ала.
Тиражды һаҡлап алып ҡалыуҙа почтальондарҙың тырышлығы ҙур. Бөгөнгө көндә район гәзитенә яҙылыусылар иҫәбе буйынса почта бүлексәләре араһында Оло Аҡа ауылы бүлексәһе күрһәткесе иң яҡшыларҙың береһе булып тора. Бындағы почта бүлексәһендә татыу коллектив эшләй. Улар матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороуҙан тыш, тауар һатыу буйынса ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Бүлексә хеҙмәткәрҙәре дүрт ауыл – Оло Аҡа, Урта Аҡа, Степной һәм Ключевой халҡын хеҙмәтләндерә.
Почта бүлексәһе начальнигы булып ун йылдан ашыу Гөлнара Ғәлиуллина эшләй. Уның әйтеүенсә, ошо йылдар эсендә почта тармағында күп нәмә үҙгәрә, почта хеҙмәттәре спектры бер нисә тапҡырға арта. Әгәр элек почтальондар байрамға бик күп хат, открыткалар таратһа, хәҙер бер кем дә хат яҙмай тиерлек, кешеләр мобиль элемтә һәм интернет ярҙамында аралаша. Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кимәле кәмей, шунлыҡтан почта хеҙмәткәрҙәренә планды үтәү йылдан-йыл ауырлаша бара. Уның ҡарауы, мобиль хеҙмәтләндереү кимәле үҫә: бөгөн теләһә ниндәй почта бүлексәһендә ашығыс рәүештә аҡса күсерергә, ЮХХДИ штрафын түләргә, кредит ҡапларға, телефон балансын тулыландырырға мөмкин.
Тырыш һәм яуаплы гәзит ташыусылар Елена Вәлиева менән Лариса Ғәлиева – ойошма начальнигының төп ярҙамсылары.
– Почтальон һөнәре ярайһы уҡ ҡатмарлы: әҙәп, тотанаҡлыҡ, тәртиплелек, кешеләргә ҡарата изгелекле мөнәсәбәт талап ителә. Был сифаттар барыһы ла хеҙмәттәштәремә тулыһынса хас, – тип һөйләй Гөлнара Әлиф ҡыҙы. – Улар үҙ участкаһын яҡшы белә, клиент һораған заказды теүәл үтәй: матбуғатҡа яҙылыу ойоштора, кәрәкле тауар, мәҫәлән, аҙыҡ-түлек йәиһә көнкүреш химияһын алып килә. Был хеҙмәттәр айырыуса өлкәндәр өсөн бик мөһим.
“Мәсетле тормошо” гәзите – халыҡ араһында иң популяр баҫма. Шулай уҡ “Өмөт”, “Манзара”, “Комсомольская правда”, “1000 кәңәш” гәзит-журналдарын, бигерәк тә хаҡы буйынса күңелгә ятышлы яңы баҫмаларҙы яратып алдыралар.
Айгөл ШАРАПОВА.

Ун көнлөк осоронда район
гәзитенә яҙылыу хаҡтары:
Почта аша (почтальондар гәзитте өйгә илтеп бирә): 1 айға – 129,56 һум, 6 айға – 777,36 һум, 12 айға – 1554,72 һум.
Редакция хеҙмәткәре илтеп бирә (редакция район үҙәгендәге ойошмаларға кәмендә биш хеҙмәткәр яҙылған осраҡта илтеп бирә): 1 айға – 103 һум; 6 айға – 618 һум; 12 айға – 1236 һум.
Редакциянан үҙегеҙ килеп алғанда: 1 айға – 90 һум, 6 айға – 540 һум, 12 айға – 1080 һум.
Электрон версияһы: 1 айға – 118,06 һум, 6 айға – 708,36 һум, 12 айға –1204,25 һум.

Оло Аҡа почта бүлексәһе коллективы –  берҙәм команда
Оло Аҡа почта бүлексәһе коллективы – берҙәм команда
Автор:Лариса Михалькова