Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
6 Декабрь 2021, 16:30

Балалар консультацияһында – йәш табип

Оло Ыҡтамаҡ ауылының балалар консультацияһында август айынан башлап яңы педиатр Ильяс Шәмиғуллин эшләй. Хеҙмәт стажы ҙур булмаһа ла үҙен һиҙгер, хәстәрлекле белгес итеп күрһәтергә өлгөрҙө, ә бәләкәй пациенттар өсөн – изге күңелле, аҡ халатлы дуҫ та.

Балалар консультацияһында – йәш табип
Балалар консультацияһында – йәш табип

Ильяс Наил улы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуып үҫкән. Башланғыс класта уҡығанда уҡ киләсәк һөнәрен күҙаллай.
– Минең портфолиола дүртенсе класта тултырған анкета һаҡлана. Унда киләсәктә табип булырға теләүем тураһында яҙғанмын. Туғандар һәм яҡындарым араһында табиптарҙың күп булыуы, уларҙың һөнәрҙәре тураһында мауыҡтырғыс хәбәрҙәре лә ҙур роль уйнағандыр, моғайын, – тип хәтерләй Ильяс Наил улы.
Һигеҙенсе класҡа тиклем тыуған ауылындағы мәктәптә уҡый. Артабан белем алыуын Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында дауам итә. Табип һөнәрен Башҡорт дәүләт медицина университетында ала.
Йәш табип әйтеүе буйынса, балалар консультацияһы хеҙмәткәрҙәре уны яҡшы ҡабул итә. Егеттең фекеренсә, нәҡ татыу коллектив – яҡшы кәйеф һәм мөнәсәбәт, уңышлы эш көнө нигеҙе.
– Мәсетле районын һайлағаным өсөн үкенмәйем. Эшкә ҙур теләк менән киләм. Бында белемле, юғары квалификациялы, үҙ эштәрен яратҡан табиптар эшләй. Улар һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер, кәңәш бирәләр, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашалар. Яңы дуҫтар таптым. Әйткәндәй, минең дуҫым – бер төркөмдә уҡыған Һөләймән ауылы егете. Ул ординатурала уҡыуын дауам итә, – ти Ильяс Наил улы.
Йәш белгес үҙенең эшен, башҡа дауалаусы табиптарҙыҡы кеүек, мөһим һәм хөрмәтле тип иҫәпләй. Сөнки бер кем өсөн дә сер түгел: тап кесе йәштә сәләмәтлеккә нигеҙ һалына һәм уның ныҡлығы күбеһенсә балалар табибының ваҡытында дөрөҫ диагноз ҡуйыуына һәм дауалауына бәйле.
Айгөл ШАРАПОВА.

Автор:Лариса Михалькова