Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
24 Ноябрь 2021, 09:25

Уларға тырышлыҡ һәм яуаплылыҡ хас

Быйыл апрелдә “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2020” һөнәри оҫталыҡ конкурсына йомғаҡ яһалды. Был сарала “Иң яҡшы мал ҡараусы” номинацияһында Фидаэль Мөхәмәтрәхимов еңеүсе тип танылды, ә ҡатыны Гөлниса Мөхәмәтрәхимова – “Иң яҡшы машина менән һауыу операторы”. Улар 16 йылдан ашыу “Ленинский” ауыл хужалығы кооперативында эшләй.

Уларға тырышлыҡ һәм яуаплылыҡ хас
Уларға тырышлыҡ һәм яуаплылыҡ хас

Бөгөн ауыл хужалығы кооперативы крәҫтиән хеҙмәтен кесе йәштән татыған, бар күңелен һалып эшләгән кешеләр иңендә. Яңы Мишәр ауылында тыуып үҫкән Фидаэль Ғәлхәй-ҙәр улы – нәҡ шундайҙарҙың береһе. Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, буласаҡ ҡатыны Гөлсинә Йәғәфәр ҡыҙы менән таныша. Икеһе лә Фрунзе исемендәге колхозда эшләй: ул – быҙау ҡараусы, ҡыҙ – һауынсы.
Совет заманында ябай ауыл хеҙмәтсәнен – колхоз рәйесен, һауынсыны маҡтаған, хеҙмәте ауыл хужалығы менән бәйле кешеләр тураһында фильмдар төшөрәләр. Ауыл хужалығында хеҙмәт мәртәбәле эштәрҙән һанала. Шуға ла Мөхәмәтрәхимовтар ғаиләһе ауылда төпләнеп, 2004 йылда Түбәнге Бобин ауылына күсеп килә, “Ленинский” кооперативына эшкә урынлаша.
Фидаэль Мөхәмәтрәхимовтың фекеренсә, һәр мал ҡараусыға, оҫталыҡтан тыш, көс тә кәрәк, сөнки малдарҙы ҡарағанда төрлө көтөлмәгән хәлдәр килеп сығыуы ихтимал.
– Ауыл хужалығы хеҙмәте кешенән күп көс талап итә, – ти ул. – Күп йыллыҡ тәжрибә һәм бурысыма яуаплы ҡарау эшемдә үҙ һөҙөмтәһен бирә.
Машина менән һауыу операторы хеҙмәте бөгөн махсус аппараттар ярҙамында еңелләшкән, әммә был һөнәр әле лә физик көс, ныҡлы сәләмәтлек, малдарҙы яратыу һәм сыҙамлылыҡ талап итә. Был йәһәттән Гөлниса Йәғәфәр ҡыҙы һынатмай.
Иртә таңдан тороп фермаға ашыға, өйөнә кис һуң ғына ҡайтып инә. Конкурста еңеп сыҡҡан һауынсы иҫәпләүенсә, кеше эшен бар күңелен һалып башҡарырға тейеш. Әгәр ҙә тырышлыҡ булмаһа, һөҙөмтәләр ҙә юҡ.
Малсылыҡ ауыл хужалығы өлкәһендә ҙур ныҡышмалылыҡ талап итә. Күпләп һөт һауып алыу йәиһә малдарҙың продуктлылығын арттырыу мал ҡараусы һәм һауынсыларға еңел бирелмәй.
Көндән-көн, йылдан-йыл, ял көндәрендә лә, байрамдарҙа ла мал ҡарау, һауыу, аҫтарын таҙартыу һәм башҡа хәстәр – бер туҡтауһыҙ барған процесс. Эш, әлбиттә, еңелдән түгел, әммә Мөхәмәтрәхимовтарға хас тырышлыҡ һәм яуаплылыҡ бөгөн дә уларға малсылыҡ тармағы кооперативында иң яҡшылар рәтендә барырға мөмкинселек бирә.
Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова