Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
19 Ноябрь 2021, 12:20

Үҙ эшенең оҫтаһы

Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәре көнөндә яуаплылығы сикләнгән “Йондоҙ” йәмғиәте баш инженеры Мәҡсүт Камалов Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһына лайыҡ булды.

Үҙ эшенең оҫтаһы
Үҙ эшенең оҫтаһы

Ул Яңы Мишәр ауылында тыуып үҫкән. Урындағы мәктәпте тамамлағандан һуң, 1987 йылда Фрунзе исемендәге колхозда комбайнсы булып хеҙмәт юлын башлай.
Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Мәҡсүт Ғабдулла улы Дыуан совхоз техникумында техник-механик һөнәрен үҙләштерә һәм колхозға әйләнеп ҡайта. Үҙен хужалыҡта хеҙмәт яратҡан ысын оҫта итеп күрһәтә.
2011 йылдың ноябрь айында уны “Йондоҙ” йәмғиәтенең баш инженеры итеп тәғәйенләйҙәр. Хеҙмәткәрҙәр эше менән идара итеү бурысы, хеҙмәт коллективы өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелгән Мәҡсүт Камаловҡа. Етәкселек билдәләүенсә, ул үҙ бурыстарына һәр саҡ яуаплы ҡарай, хужалыҡтың һәр хеҙмәтсәне менән уртаҡ тел таба белә, үҙенә ышанып тапшырылған эште яҡшы башҡарып сыға.
Уның етәкселегендә эшләгән коллегалары билдәләүенсә, Мәҡсүт Камалов улар алдында теүәл бурыс һәм маҡсат ҡуя, ҡушылған эште һөҙөмтәле, сифатлы итеп башҡарыу өсөн кәңәштәрен бирә. Ватылыу һәм юғалтыуҙар булмаһын өсөн нисек эшләргә кәрәк икәнен яҡшы белә.
– Минең ҡул аҫтында 20 механизатор эшләй, – ти ул. – Дөрөҫ һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлек өсөн һәр ҡайһыһының холҡон яҡшы белергә: берәү менән йомшаҡ, икенселәр менән ҡәтғирәк һөйләшергә кәрәк, – ти ул.
Бөгөн “Йондоҙ” йәмғиәтендә биш берәмек йөк машинаһы, ике еңел автомобиль, биш мал аҙығы һәм иген йыйыу комбайны, 16 трактор һәм мал аҙығы әҙерләү, сәсеү, эшкәртеү, иген культураларын йыйыу эшен башҡарыу өсөн ауыл хужалығы техникаһының тулы комплексы бар. Предприятие – һөҙөмтәле, техника көйлө эшләһен өсөн хужалыҡтың баш инженеры бар һәләтен, тырышлығын һалып эшләй.
Ошо осорҙа Мәҡсүт Камалов ауыл хужалығы техникаһы өлкәһендә ҙур тәжрибә туплай, малсылыҡ һәм үҫемлекселек технологияһы процесы нес-кәлектәрен яҡшы белә. Туплаған белемен ҙур теләк менән йәш быуынға тапшыра. Төрлө уҡыу йорттарынан килгән тиҫтәләгән студенттар уның етәкселеге аҫтында практик белемдәрен нығыта.
Яуаплылығы сикләнгән “Йондоҙ” йәмғиәте сәсеү һәм урып йыйыу эштәре йомғаҡтары буйынса күп тапҡыр призлы урындар яулай. Ошо уңышҡа өлгәшеүҙә хужалыҡтың баш инженеры ла тос өлөш индергән, сөнки ул эште юғары кимәлдә алып бара.
Мәҡсүт Камаловтың хеҙмәте предприятие, район хакимиәтенең почет грамоталары, бүләктәре менән билдәләнгән. Шулай уҡ үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының почет грамоталары менән бүләкләнгән. 2021 йылдың туғыҙ айы һөҙөмтәләре буйынса муниципаль райондар, агросәнәғәт комплексы өлкәһе хеҙмәтсәндәре араһындағы республика ярышында иң яҡшы инженер тип билдәләнде.
Хеҙмәтендә ниндәй генә ҡаҙаныштарға ирешмәһен, барынан элек ул – хеҙмәт яратҡан, намыҫлы, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер кеше. Ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, ауыл Советы депутаты итеп һайланған. Ауылдаштары хөрмәт итә һәм ярата.
Ҡатыны менән дүрт бала тәрбиәләй. Улы, атаһы юлын һайлап, Дыуан күп профилле колледжында инженер-механик факультетына уҡырға инә.
Хәҙерге заманда күп үҙгәрештәр булып тора, ә ауыл хужалығы һәр кем өсөн кәрәк. Бөгөн ғаиләһен, илде туйындырған ябай һәм бөйөк крәҫтиән төп таяныс, оло ышаныс булып ҡала.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Үҙ эшенең оҫтаһы
Үҙ эшенең оҫтаһы
Автор:Лариса Михалькова