Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
8 Ноябрь 2021, 15:30

Әүҙем позиция – апалы-һеңлеле бер туғандарҙың девизы

Һайлау процесының нимә икәнлеген ишетеп кенә түгел, үҙ күҙҙәре менән күргән һәр кем һайлау көнөнөң участка комиссияһы ағзалары һәм рәйесе өсөн ҙур күләмле эш һөҙөмтәһе икәнлеген яҡшы белә.

Әүҙем позиция – апалы-һеңлеле бер туғандарҙың девизы
Әүҙем позиция – апалы-һеңлеле бер туғандарҙың девизы

Бер туған Фередия Хәйерзаманова менән Филарида Хамматова был системаға күп йылдарын бағышлаған. Уларҙың етәкселегендә күп һайлау кампаниялары, атап әйткәндә, Федерация, республика кимәлендә, урындағы үҙ-идараға һайлау уҙа. Ошо йылдар эсендә күп нәмә үҙгәргән: яңы закондар ҡабул ителгән, техник прогресс ярҙамға килде, әммә һәр һайлау үҙенсә етди имтихан булып ҡала.
Апалы-һеңлеле бер туғандарҙың һөйләүенсә, уларҙың әсәһе – алдынғы һауынсы, “Әсәлек даны” миҙалы менән наградланған күп балалы әсә – хеҙмәтенең ауыр булыуына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт йәмәғәт эшмәкәрлегендә ҡатнашып йөрөй. Ауылдаштары уны күп тапҡырҙар ауыл Советына депутат итеп һайлай.
Фередия Фәрит ҡыҙы 19 йәшендә участка һайлау комиссияһы ағзаһы булып китә. Абдулла мәктәбенең йәш кенә башланғыс кластар уҡытыу-сыһын ул ваҡытта участка һайлау комиссияһы рәйесе Рәфҡәт Әхмәтов эшкә өйрәтә. Бер аҙҙан ул һайлау комиссияһы секретары булып китә. Хәҙер иһә 15 йылға яҡын комиссия менән етәкселек итә.
“Элек эшләүе еңелерәк инеме, әллә хәҙерме?” – тигән һорауға Фередия Фәрит ҡыҙы, был кампанияның һәр ваҡыт яуаплы һәм күләмле булыуын билдәләне. Совет осоронда ярҙам итеүселәр күберәк була, сөнки ул замандарҙа һәр кем йәмәғәт эшен шәхси мәсьәләләрҙе хәл итеүҙән өҫтөнөрәк күрә. Бөгөн һайлаусылар бик белемле,ҡануниәтте яҡшы белә, үҙ хоҡуҡтарының үтәлеүен теләй. Был, әлбиттә, ыңғай күренеш.
– Элек һайлау комиссиялары йәмәғәт башланғыстарында эшләне. Ул ваҡытта мәғлүмәт технологиялары юҡ ине. Һайлаусылар исемлеген төҙөү өсөн өй буйлап йөрөнөк. Агитация плакаттарын, обойҙың икенсе яғын әйләндереп, үҙебеҙ төшөрҙөк. Аңлатыу эштәре алып барҙыҡ, саҡырыу ҡағыҙҙары тараттыҡ, кандидаттар менән таныштырҙыҡ. Һайлаусылар барыһы ла үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәргә килә торғайны. Һайлау көнө халыҡ өсөн ҙур байрамға әйләнде, хатта йәштәр туйҙарҙы нәҡ уға тура килтереп үткәрергә тырышты, – тип һөйләй 37 йыл педагогик стажға эйә Фередия Фәрит ҡыҙы.
Ключевой ауылында Филарида Хамматованы мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ беләләр. Ул 27 йылдан ашыу ауыл клубы мөдире булып эшләй. Үҙе лә тик ултырырға яратмай, башҡаларға ла күңелһеҙләнергә ваҡыт ҡалдырмай: ауыл пенсионерҙары, хеҙмәт ветерандары менән әүҙем эш алып бара, йәштәрҙе ватансылыҡ тойғоһонда тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә, тыуған яҡты өйрәнә, күп йылдар ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булып тора, ике тапҡыр халыҡ иҫәбен алыуҙа, бер тапҡыр ауыл хужалығы иҫәбе алыуҙа ҡатнаша.
1994 йылда ул һайлау комиссияһында эшләй башлай: тәүҙә ағза була, артабан секре-тарь итеп ҡуялар, ә инде 2008 йылдан – рәйес.
Бындай эшмәкәрлек ҡыйынға тура киләме? Филарида Фәрит ҡыҙының әйтеүенсә, юҡ, сөнки ул халыҡ араһында эшләп йөрөргә күнеккән. Һайлау комиссияһында эшләмәгән хәлдә лә, һайлауға әҙерлек һәм уны уҙғарыу эшендә ҡатнашыр ине, сөнки ауыл ерендә клуб – ул идеология үҙәге.
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау Ключевой ауылында ойошҡанлы уҙҙы.
– Үҙҙәренең гражданлыҡ бурыстарын үтәгән ауылдаштарыма рәхмәтлемен. Сәләмәтлек торошо буйынса һайлау участкаһына килә алмағандар, өйҙәрендә ихлас ҡаршы ала, – ти Филарида Фәрит ҡыҙы.

Автор:Айгуль  Шарапова