Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
29 Октябрь 2021, 09:10

Кешене эстән күргән табип

Йыл һайын 29 октябрҙә ультратауыш аппаратында тикшереүселәр һөнәри байрамдарын – Бөтә донъя ультратауыш диагностикаһы табиптары көнөн билдәләй. Ошо ваҡиға айҡанлы Мәсетле районының иң тәжрибәле ультратауыш диагностикаһы табибы Рәмилә Бәшәрова хаҡында һөйләйбеҙ.

Кешене эстән күргән табип
Кешене эстән күргән табип

Ул Баҡалы районы Ҡуштирәк ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң, яҙмышын иң изге һөнәр менән бәйләргә ҡарар итә һәм медицина училищеһына уҡырға инә.
Диплом алған ҡыҙ һөнәре буйынса эш башлай, аҙаҡтан Башҡорт дәүләт медицина институтының (бөгөн университет) “Дауалау эше” факультетында уҡыуын дауам итә.
1985 йылда Рәмилә Йәһүддин ҡыҙын тормош иптәше – хирург Фазылйән Рәүил улы менән бергә Мәсетле районына йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрәләр. Ошо көндән алып уларҙың тормошо һәм яҙмышы ғаилә башлығының тыуған яғы менән бәйләнә. Бар ғүмерҙәрен райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлайҙар.
Рәмилә Бәшәрова 10 йылдан ашыу терапевт булып эшләй. 1996 йылда дауахананың баш табибы уға ультратауыш диагностикаһы табибы эшен тәҡдим итә. Бының өсөн ул белемен камиллаштырып ҡайта.
– Тәүҙә бик ауыр булды, сөнки терапевт һәм ультратауыш диагностикаһы табибы – ике төрлө, ике йүнәлештәге эш, – тип һөйләй табип. – Медицина өлкәһендә яңы йүнәлеш булғанлыҡтан, килеп тыуған мәсьәләләр буйынса кәңәшләшерлек кеше лә булманы. Ваҡыт үтеү менән был эштең нескәлектәренә төшөндөм һәм был минең өсөн биҡ ҡыҙыҡлы һөнәр булып сыҡты: беҙ, хирургтарҙан айырмалы рәүештә, кеше организмын эске яҡтан скальпель һәм анестезиянан башҡа ла күрәбеҙ.
Әлбиттә, бының менән килешергә ҡала: ультратауыш ярҙамында тикшереү – иң ябай, хәүефһеҙ һәм, сағыштырмаса, арзан хаҡлы ысул. Уның ярҙамында кешенең баш мейеһенән алып мускулдарына тиклем күрергә мөмкин. Уға, компьютер томографияһы һәм магнит-резонанслы томография тикшереүе осрағындағы кеүек, кардиостимулятор һәм яһалма быуындар ҡамасауламай. Табиптар йыш ҡына ультратауыш диагностикаһын тәүге тикшереү ысулы итеп тәғәйенләй. Пациентта берәй патология асыҡланһа, уны артабан теүәл ысулдар ярҙамында өйрәнәләр.
Рәмилә Йәһүддин ҡыҙына ультра-тауыш диагностикаһында эш башлағанда ике датчик ҡуйылған бәләкәй генә күсереп йөрөтөлә торған аппарат бирәләр. Ғәмәлдә уны бәләкәй тип атауы ла ҡыйын: табип ун килограмм тартҡан ҡоролманы пациенттарҙы тикшереү өсөн бүлмәләр буйлап күтәреп йөрөтә.
2005 йылда дауаханаға яңы аппарат ҡайтарыла – дүрт датчиклы эксперт класлы ультратауышлы сканер. Бөгөн Рәмилә Бәшәрова ҡулланған аппарат – яңыртылған бишенсе быуын ҡорамалы.
Мәсетле районында ике ультратауыш диагностика кабинеты эшләй, унда дүрт белгес тикшереүҙәр уҙғара. Ҙур эш тәжрибәһе һәм юғары профессионализмы өсөн Рәмилә Йәһүддин ҡыҙына ышаналар, хөрмәт итәләр. Өлкәндәрҙән башҡа, ул бер йәшкә тиклемге балаларҙың баш мейеһе һәм янбаш быуындарын тикшерә.
Оҙаҡ йылдар эшләү ваҡытында табиптың эске органдарҙы тикшереү бүлмәһендә төрлө хәлдәр – ғәҙәти булмаған пациенттар һәм ваҡиғалар була.
– Алты, ете йыл элек Өфө ҡалаһынан махсус рәүештә саҡырылған кардиолог аппарат күҙәтеүе аҫтында сирлегә кардиостимулятор ҡуйҙы, – тип хәтерләй ул. – Мин шулай итеп операцияла ҡатнаштым. Тағы ла бер ваҡиға иҫтә ҡалған: иҫен юғалтҡан пациент. Беҙ уның организмын ошо торошта тикшерҙек. Эш тәжрибәһе ҙур булыуына ҡарамаҫтан, пациентты ҡотҡарыу мөмкин булмаһа, күңелгә бик ауыр. Әгәр ҙә, киреһенсә, беҙҙең эшебеҙ кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарһа – күңел ҡыуана.
Рәмилә Бәшәрованың намыҫлы хеҙмәте үҙәк район дауаханаһы һәм район хакимиәте, Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының күп һанлы рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары менән баһаланған. Ул юғары категориялы табип һәм Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы исеменә лайыҡ.

Кешене эстән күргән табип
Кешене эстән күргән табип
Автор:Наркес Халиуллина