Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
17 Сентябрь 2021, 14:25

Илһамланырға һәм илһамландырырға

“Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2020” район конкурсы һөҙөмтәләре буйынса “Мәҙәниәт өлкәһендә иң яҡшы хеҙмәткәр” номинацияһында Теләш үҙәкләштерелгән клуб системаһы методисы Ринат Тәҡиуллин еңеүсе тип билдәләнде.

Илһамланырға һәм илһамландырырға
Илһамланырға һәм илһамландырырға

20 йыл дауамында ул ауыл клубы менән етәкселек итә. Быға тиклем “Коммунист” колхозында мал ҡараусы, ферма мөдире булып эшләй. Мәҙәниәт өлкәһенә күсеүе осраҡлы булмай: Ринат Нурулла улы – йәш сағынан уҡ артист кеше. Йырларға, бейергә әүәҫ, гармун һәм ҡумыҙҙа оҫта уйнай, шулай уҡ үҙешмәкәр театр актеры ла. Ауыл клубында эш тәҡдим иткәс, һис икеләнмәй ризалаша.
Ул үҙен юғары ойоштороу һәләтенә әйә оҫта белгес итеп күрһәтә. Ринат Нурулла улы хеҙмәт яратыуы, эште ваҡытында һәм еренә еткереп башҡарыу сифаттары менән айырылып тора. Коллективта абруй ҡаҙан-ған.
Юғары кимәлдә үткән, халыҡ күңеленә хуш килгән күпләп мәҙәни сараларҙы ойоштороуға яуаплы ҡарай. Ринат Тәҡиуллин сценарийҙар, перспектив пландар төҙөй, ауыл байрамдарын ойоштора.
Уның тырышлығында Теләш ауылы халҡы ҙур теләк менән мәҙәниәткә ынтыла. Һәүәҫкәр сәнғәт коллективтары эшен яңыртыуға, “Рәйхан” драма коллективын һәм 2016 йылда “Өфө йылға буйы башҡорттары йыйыны” төбәк-ара фольклор байрамында дипломант исемен яулаған “Әхирәттәр” фольклор коллективын ойоштороуға күп көс һала.
Эшмәкәрлегендә үҫеп килгән йәш быуынға ҙур иғтибар бүлә, уларҙы ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтә, театр түңәрәген ойоштора. “Ҡыңғырау сыңы” балалар театр коллективтарының республика фестивале һөҙөмтәләре буйынса 2017 йылда “Йәшлек” балалар театр коллективы “Өлгөлө” исеменә лайыҡ була. 2019 йылда “Театр калейдоскобы” район конкурсының I дәрәжә лауреаты тип таныла.
Ринат Нурулла улы театр һәм эстрада яңылыҡтары менән генә илһамланмай, халыҡ фольклорына күп мөрәжәғәт итә. Ауыл клубына рух байлығы тупларға ҙур теләк менән килгән ауылдаштарын да илһамландыра. Теләш ауылы клубының ижади коллективтары район һәм республика кимәлендә үткән барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша. 2014 йылда Теләш клубы ауыл биләмәләре территорияһында урынлашҡан иң яҡшы муниципаль мәҙәниәт учреждениеһы республика конкурсының еңеүсеһе тип билдәләнде һәм 100 мең һум күләмендә дәртләндереү алды, ә 2018 йылда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Һине данлайым, тыуған ерем” халыҡ ижады район фестивалендә I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
Ринат Нурулла улы үҙенең татыу коллективы менән халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү буйынса әүҙем һәм уңышлы эш алып бара. Ул коллектив менән генә идара итмәй, ә ауыл клубының матди-техник базаһын яҡшыртыу өҫтөндә лә эшләй. Әүҙем етәксе тырышлығы менән ауыл клубы 2013 йылдан газ менән йылытыла, 2014 йылда ҡыйыҡҡа капиталь ремонт эшләнә, бер йылдан һуң заманса 12 тәҙрә ҡуйыла.
Былтыр яҡтыртыу һәм тауыш көсәйтеү ҡорамалдары, ҙур экран менән заманса проектор, тамашасы залына яңы, йомшаҡ театр креслолары, сәхнә өсөн кейемдәр, музыка ҡоралдары, компьютер техникаһы һәм башҡа бик күп кәрәк-яраҡ алынды.
Ринат Нурулла улы халыҡты ижадҡа, сәнғәткә һәм изге эштәргә дәртләндереүҙе үҙ эшенең төп бурысы тип иҫәпләй.
Уның район мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән өлөшө район хакимиәтенең Почет грамотаһы (2016 йылда) һәм Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты (2017 йылда) менән билдәләнде.

Һүрәттә: “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2020” конкурсында Ринат Тәҡиуллин район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова ҡулынан диплом алды.

Автор:Наркес Халиуллина