Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
17 Август 2021, 12:00

Атайсалы өсөн янып йәшәй

Оло Аҡа ауылынан Дамир Зәйнуллин 2020 йыл йомғаҡтары буйынса районда иң яҡшы староста тип табылды.

Атайсалы өсөн янып йәшәй
Атайсалы өсөн янып йәшәй

Ауылдаштары уны был яуаплы эшкә 2005 йылда тауыш биреү юлы менән һайлай. Хәл итәһе барлыҡ мәсьәләләргә үҙенекенә кеүек ҡарай ул. Быға һис ғәжәпләнерлек түгел: ошо ауылда тыуып үҫеп, бар ғүмере ошо ерҙә үткән кеше башҡаса булдыра алмайҙыр ҙа!
Мәктәптән һуң Дамир Хәсән улы 243-сө ПМК-ға ташсы булып урынлаша. Йәш белгестең тырышлығы бер йылдан уҡ “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәһе менән баһалана. Совет Армияһында хеҙмәт итеп, артабан “Әй” совхозына механизатор булып урынлаша. Дыуан ауыл хужалығы техникумында һөнәри белем ала. Артабан агроном, ферма мөдире, бүлексә менән идара итеүсе вазифаларын башҡара. Хужалыҡ тарҡалғандан һуң, ауылдағы дарыуханаға ҡарауылсы булып урынлаша.
Халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе Дамир Зәйнуллин ышаныслы хәл итә. Ауылдаштары үҙҙәре лә һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Старостаның тәҡдиме менән ауылдағы табип амбулаторияһына капиталь ремонт эшләнә: тәҙрәһе һәм ҡыйығы алмаштырыла.
Башҡа бик күп эштәр ҙә башҡарыла: ритуаль хеҙмәттәр өсөн генератор менән ватыусы молоток һатып алына, территорияны таҙартып тәртипкә килтереү һәм төҙөкләндереү буйынса шәмбе өмәләре ойошторола.
– Зыяраттың ҡоймаһы иҫке. Киләсәктә ҡоймаларҙы яңыһына алмаштырып, территорияһын төҙөкләндерергә ине. Ата-бабаларыбыҙҙың мәңгелек йортон тәртиптә тотоу – беҙҙең изге бурыс, – тип киләсәккә пландары менән уртаҡлаша староста.
Оло Аҡа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Вадим Шаһибитдинов старостаға рәхмәтле.
– Ул бик ғәҙел, намыҫлы, яуаплы, ышаныслы кеше. Ниндәйҙер эшкә тотонор алдынан, беҙ мотлаҡ Дамир Хәсән улы менән кәңәшләшеп алабыҙ. Ул килеп сыҡҡан мәсьәләләргә һәр ваҡыт етди ҡарай. Урамдарҙы яҡтыртыу, һыу менән тәьмин итеү, сүпте сығарыу – быларҙың барыһын да үҙ күҙәтеүе аҫтына алған.
Тағы ла Дамир Хәсән улы – ышаныслы ир, хәстәрлекле атай һәм олатай, өлгөлө өй хужаһы. 44 йыл фармацевт булып эшләгән ҡатыны Земфира Әшрәф ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөгөн улы, Нижневартовск ҡалаһында үҙ эшен асып, эшҡыуарлыҡ алып бара, ҡыҙы – Мәсәғүт ауылында балалар табибы. Бөгөн ейәнсәрҙәре менән өс ейәне олатай менән өләсәйҙәрен һөйөндөрәләр.
– Ирем бик иғтибарлы, хәстәрлекле, изге күңелле. Ул атайсалы өсөн янып йәшәй, мөрәжәғәт иткәндәрҙең һәр береһенә ярҙам итергә тырыша, шуға ла ауылдаштары уның һүҙенә ҡолаҡ һала, ойошторған эштәренә дәррәү сығалар, – ти Земфира Әшрәф ҡыҙы.

Автор:Айгуль  Шарапова