Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
10 Август 2021, 15:10

Донъяны күреү – оло бәхет

Нина Филипповна Емелёваны Мәсетле районында күптәр белә. Ул иҫ китмәле, изге күңелле ҡатын, яуаплы хеҙмәткәр һәм һәләтле белгес.

Донъяны күреү – оло бәхет
Донъяны күреү – оло бәхет

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, 74 йәшен тултырған ҡатын халыҡ сәләмәтлеге өсөн хеҙмәт итә.
Ул һөнәре буйынса фельдшер. Юғары белеме булмаһа ла офтальмология һәм оптометрия өлкәһендәге юғары квалификациялылар рәтенә ҡуйырға мөмкин. Сөнки хеҙмәт стажы был өлкәлә 20 йыл самаһы тәшкил итә.
Нина Филипповна Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән. Медицина өлкәһендә 43 йылдан ашыу хеҙмәт итә. Хеҙмәт юлы 60-сы йылдарҙа Ләмәҙтамаҡ фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер вазифаһында башлана. Һуңынан Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһына күсә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы фельдшер, баш шәфҡәт туташы, өлкән шәфҡәт туташы булып эшләй. Аҙаҡтан туғыҙ йыл дауамында офтальмолог кабинетында шәфҡәт туташы вазифаһын башҡара.
Яҡшы белгес булыу өсөн теоретик белем туплау һәм белгестең тәжрибәле һиҙемләүе сифаттарынан тыш, кеше менән яҡшы мөғәләмәлә булыу, төрлө килеп тыуған хәл-ваҡиғаларға ыңғай баһа биреү, хәлдән сығыу юлдарын табыу, ышандыра белеү мөһим. Нина Филипповнала нәҡ ошо сифаттар бар ҙа инде.
2010 йылдан алып бөгөнгә ҡәҙәр шәхси эшҡыуар Азат Ғафаров етәкселегендә “Илһамланыу оптикаһы” күҙҙәрҙе тикшереү бүлегендә уңышлы эшләй.
– Миңә эшем оҡшай. Ул бик ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле, – тип һөйләй Нина Филипповна. – Күреү һәләте – кеше организмының иң мөһим эшмәкәрлеге. Шуның өсөн дә күҙҙәрҙе һаҡларға, күреү һәләте боҙолғанда сифатлы күҙлектәр алыу кәрәклеге хаҡында аңлатып тораһы ла кәрәкмәйҙер. Ҡалаға барып, күҙҙәрҙе тикшертеп, шәхси күҙлек алыуҙа кешеләрҙең ниндәй ҡыйынлыҡтар кисереүен бик яҡшы беләм. Беҙҙең оптика салонында Европа стандарттарына ярашлы күҙҙәрҙең күреү көсөн тикшерергә, шул иҫәптән махсус күҙлек һайлау ҡоролмаһы – рефрактометр ҡулланырға мөмкин. Мин мөрәжәғәт итеп килгән һәр кешегә ярҙам итергә тырышам, белгәнем менән уртаҡлашам. Һайлап биргән күҙлектәр кешегә килешһә, бик ныҡ ҡыуанам. Сөнки донъяны күреү – шундай оло бәхет.

Автор:Наталья  Русинова