Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
2 Август 2021, 10:00

Яуаплы һәм көсөргәнешле һөнәр эйәһе

Электр селтәре ҡорамалдарын сафта тотоу, ремонтлау эше еңел- дәрҙән түгел. Бында яуаплылыҡ та, тырышлыҡ та, етеҙлек тә кәрәк. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булған Илдар Рә- химҡолов был тармаҡта инде 30 йыл хеҙмәт итә.

Яуаплы һәм көсөргәнешле һөнәр эйәһе
Яуаплы һәм көсөргәнешле һөнәр эйәһе

Ул – “Төньяҡ-Көнсығыш электр селтәрҙәре” производство бүлегенең оператив-күсмә бригадаһы электромонтеры – “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2020” район конкурсының “Йәшәйеште тәьмин итеү системаһының иң яҡшы хеҙмәткәре” номинацияһында еңеүсе тип табылды.
Ул Кемерово өлкәһенең Таштагол ҡалаһында тыуған. Уға ике йәш тулғанда ғаиләләре менән әсәһенең тыуған яғына – Әжекәй ауылына күсеп ҡайталар. Илдар Рәхимҡолов өс ҡыҙ һәм бер ир туғаны менән үҫә.
Оло Аҡа мәктәбен тамамлағас, Өфө ҡалаһындағы 117-се һөнәрселек училищеһында электр менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлы колхозда башлана. Һуңынан Красноуфимск ҡалаһында водителдәр курсында уҡый һәм тура армия хеҙмәтенә алына. Камчатка хәрби-диңгеҙ флотында махсус машина водителе булып Тыуған ил алдындағы бурысын үтәй.
1991 йылда, хеҙмәт итеп ҡайтҡас, “Төньяҡ-Көнсығыш электр селтәрҙәре” производство бүлегенә электромонтер булып урынлаша, бөгөн дә ошо ойошмала уңышлы эшләй.
– Беҙҙең бригаданың төп бурысы – оператив рәүештә эшләү, – тип һөйләй Илдар Ғәрәфетдин улы. – Беҙ район территорияһында булған һигеҙ станцияның эшен контролдә тотабыҙ. Ай һайын тикшереүҙәр үткәрәбеҙ. Беҙ мастерҙарҙы хәүефһеҙлек менән тәьмин итәбеҙ.
Энергетиктар бөтә нәмәне контролдә тоторға, тикшерергә һәм тағы бер тапҡыр тикшерергә күнеккән, сөнки электр тогы бик ҡурҡыныс. Улар эшләгән электр селтәрендәге көс утыҙ мең вольттан ашыу, шуға ла бында үтә лә яуаплы булыу мөһим.
– Һәр ваҡыт иғтибарлы булырға кәрәк, халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә: “Ете тапҡыр үлсә, бер тапҡыр киҫ!”, – тип дауам итә хәбәрен Илдар Рәхимҡолов. – Ашығырға ярамай, һәр хәрәкәт ныҡлы уйланылған булырға тейеш. Хәүефһеҙлек техникаһы беҙҙә ҡәтғи. Уны үтәмәһәң, ғүмереңде хәүеф аҫтына ҡуяһың. Шуның өсөн дә энергетиктар электр станцияһының трансформатор торған бинаһы һәм бүлеү пункттарына бер үҙҙәре генә инмәй. Эш барышында электромонтерҙар үҙҙәрен генә түгел, ә бөтә команданы контролдә тота.
– Беҙҙең коллектив дуҫ һәм татыу, – ти электромонтер. – Һәр береһенең төрлө шарттарҙа үҙ эшен оҫта башҡара белеүе һәм яуаплы хеҙмәте һөҙөмтәһендә халыҡ өҙлөкһөҙ электр энергияһы менән тәьмин ителә.
Йәй миҙгеле булһынмы, ҡышмы – Илдар Ғәрәфетдин улы буш ваҡытында балыҡ ҡаптырырға ярата. Ҡатыны Зилә Вәғиз ҡыҙы менән Альбина исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Автор:Лариса РИЗВАНОВА