Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
28 Июль 2021, 09:00

Тормош девизы – изгелек ҡылыу

Уңған, Ватан киләсәге өсөн янып йәшәгән халыҡ – районыбыҙҙың биҙәге һәм ныҡлы терәге.

Тормош девизы – изгелек ҡылыу
Тормош девизы – изгелек ҡылыу

Иҫке Мишәр ауылынан изге, яҡты күңелле, үҙе йәшәгән ауылдың яҙмышына битараф булмаған Елена Ғилметдинова нәҡ шундайҙарҙан. Ул “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2020” район конкурсының “Иң яҡшы йәмәғәт үҙ-идараһы вәкиле” номинацияһында еңеү яуланы. Һәм был хаҡлы ла, сөнки башҡалар өсөн изгелек ҡылыу, тыуған ер мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү уның тормош девизы.
Елена Николаевна Ҡыйғы районының Дүшәнбикә ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Благовещен училищеһында бухгалтер-иҡтисадсы һөнәрен үҙләштерә. Артабан һөнәри белемде Һатҡы ҡалаһының тау-керамика колледжында ала. Хеҙмәт юлын БАССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхозда үлсәүсе булып башлай. Артабан тырыш белгесте бухгалтер итеп тәғәйенләйҙәр.
Хужалыҡ тарҡалғандан һуң, 2008 йылдан Яңы Яуыш ауыл советы хакимиәтендә хәрби-иҫәп өҫтәле белгесе булып эшләй. 11 йылдан, ғаилә хәлдәре буйынса, эшен ҡалдырырға тура килә.
Елена Николаевна – иҫ киткес хужабикә, әсәй һәм ҡатын. Мәктәп автобусы водителе булып эшләүсе тормош иптәше Рифат Ишмөхәмәт улы менән мөхәббәттә һәм татыулыҡта өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Уларҙың икәүһе студент: Руфина Екатеринбург ҡалаһының педагогия колледжында белем ала, Рәдиф – Өфө ҡалаһының тимер юлы колледжында. Төпсөктәре Әлмир дүртенсе класҡа күскән.
Ғилметдиновтар ҙур шәхси хужалыҡ тота, унда һыйырҙар ғына алты баш иҫәпләнә. Йәйен күп итеп ҡош-ҡорт ҡарайҙар, баҡса үҫтерәләр. Хужалыҡ эштәрендә ата-әсәйгә балалар ҙур ярҙам күрһәтә.
Елена Николаевна барлыҡ йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай. 1999 йылдан бирле участка һайлау комиссияһының алыштырғыһыҙ ағзаһы булып тора, дүрт йыл элек рәйесе итеп һайлана. 2015 йылдан ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтендә әүҙем эшләй, ә һуңғы өс йылда уның менән етәкселек итә. Елена Николаевна ауылдаштарының бөтә проблемаларын белә, уларға һүҙ менән дә, эш менән дә ярҙам итергә тырыша.
– Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар советы составына Гүзәл Ашыргельдиева, Мәүжиҙә Хәлилова, Фәниә Сәрүәрова һәм Фәйрүзә Әхмәтйәнова инә. Мин улар- ға изгелектәре һәм башҡаларҙың проблемаларына вайымһыҙ булмағандары өсөн рәхмәтлемен. Беҙ бөтә йәмәғәт ойошмалары, депутаттар һәм ауыл советы хакимиәте менән берҙәм эшләйбеҙ, – тип уртаҡлаша Елена Ғилметдинова. – Дөйөм алғанда, беҙҙә уңған, әүҙем һәм ихлас ҡатын-ҡыҙҙар йәшәй. Уларҙың һәр береһе күпләп мал тота, балалар үҫтерә, ғаилә усағын һүндермәй, йортона ҡот өҫтәп йәшәй. Ауылда сәскә үҫтермәгән бер генә хужабикә лә юҡтыр ул. Улар шулай уҡ ауыл территорияһын төҙөкләндереүҙә, йәшелләндереүҙә һәм тәртипкә килтереүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Мин ауылдаштарым менән ғорурланам!

Автор:Айгуль  Шарапова