Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
26 Июль 2021, 16:00

Эш һөйгәнде ил һөйәр

Була бит ҡулдарынан гөлдәр тамған һөнәрле, уңған кешеләр. Күршеләрем Флорида һәм Фидәлис Хафизовтар, уларҙың улдары Вильнар һәм килендәре Гөлнур тап шундай ғаиләләрҙән.

Эш һөйгәнде ил һөйәр
Эш һөйгәнде ил һөйәр

Фидәлис Хафизовтың һөнәре иретеп йәбештереүсе. Йәшлек йылдарында маҡтаулы белгес булараҡ, бик йыш район гәзитендә мәҡәләләр геройы булды. Хеҙмәттәштәре Фәйзулла Лотфуллин, Ришат Даянов менән урамдарҙағы һыу колонкаларының, колхоздың биш фермаһында ҡатмарлы һәр төрлө ҡорамалдарҙың көйлө һәм оҙаҡ эшләүен тәьмин иттеләр. Ҙур яуаплылыҡ, оҫталыҡ менән сәсеү, урыу мәлдәрендә төрлө ауыл хужалығы машиналарын ремонтлау ҙа улар өҫтөндә ине.
Кер машинаһы, сепаратор, үтек, тормош-көнкүреш әйберҙәрен яңынан “терелтеп ҡуя” ул. Хаҡлы ялда бул-һа ла, етмеш төрлө һөнәр эйәһенә заказдар яуып ҡына тора. Күпме өйҙәргә газ селтәре үткәрҙе, бетонға тимер бағана ултыртып ҡойма яһаны, ә биҙәкле ҡапҡалары ауылыбыҙҙы йәмләй. Мәктәптең ҡойма-ҡапҡаһын да ҡотло ҡулдары һоҡланырлыҡ итеп балҡытып ебәрҙе. Сит тарафтарға ла исеме билдәле, төҙөлөштәргә саҡырып алалар.
Йәй бал ҡорттары ҡарай. 90-сы йылдарҙа ҡыҙы Ләйсән (әле магазинда һатыусы) һәм улы Вильнар студенттар. Колхозда хәлдәр хөрт саҡ. Шул мәл күпләп һарҡытҡан бал ҡот-ҡарҙы юҡсыллыҡтан ғаиләне.
Вильнар ҡулына диплом алыуға, ергә ерегеп эшләгән, балалар үҫтереп, ғаилә терәге булған колхозсыларыбыҙ ситкә эшкә китергә мәжбүр булды. Ә аталы-уллы Хафизовтарҙы эш үҙе эҙләп килде. Иртән тороуға ҡапҡа төптәрендә автосервисҡа 4-5 машина сиратта тора. Оҫталарҙың эшенән клиенттар бик ҡәнәғәт.
Эш араһында Фидәлис күрше урман ҡыҙырып, яраҡлы материал һайлап, киптерергә ҡуя. Тимер, ағас эшкәртеү станоктарында табуретка, өҫтәл, карауат, эскәмйә, бишек, күп гөл ултыртырлыҡ ҡулайлама ҡылып, һырлап эшләп ҡуя. Эштәрен туғандарына, балаларына, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарына бүләк итеп ҡыуана. Бер ултырғыс аяғын ғына дүртәр көн һырлап эшләй матурлыҡ яратыусы оҫта.
Дин ҡәрҙәштәре менән йома намаҙҙарына йөрөй, ураҙаһын ҡалдырмай, яңы доғалар ятлау менән мәшғүл. Тиҙ арала ғәрәпсә уҡырға өйрәнделәр, сөнки имам-хатип Әүхәҙи хәҙрәттең уҡытыу методикаһы уңышлы. Тик уҡырға ла уҡырға әле, ти Фидәлис. Кәрәкле мәғлүмәттәрҙе интернеттан уҡып ала, ҡыҫҡаһы, замандашыбыҙ камиллыҡҡа ынтыла.
Һыйлы көнөң һыйырҙа. Аталы-уллы күпләп мал тота. Ит, фарш, төрлө һөт ризыҡтары әллә күпме, барыһы ла үҙҙәренеке. Уларҙы уңған хужабикәләр Флорида һәм Гөлнур әҙерләй. Фән ҡушҡанса тәрбиәләп үҫтергән орхидеялары йыл әйләнәһенә өйҙәрен нурлап шау сәскәлә ултыра.
Бесәнде үҙҙәре әҙерләйҙәр, эште еңеләйтеү өсөн төрлө техниканы үҙ ҡулдары менән ҡорғандар.
Гөлнур менән Вильнар ауылда күп балалы өлгөлө ғаилә. Вильнар Фидәлис улы бер нисә ауылдың газ селтәре өсөн яуаплы етди егет. Талапсан, саҡырыу алыу менән кисектермәҫтән килеп етә. Йорт-тирәһен дә гөлт итеп ҡуйған. Гөлнур балалар баҡсаһында ашнаҡсы, ҡамыр аштары бешереү оҫтаһы ла. Балаларына матур тәрбиә бирергә тырыша йәш ғаилә. Улдары Ратмир уҡыу алдынғыһы, атаһынан күп нәмәгә өйрәнә, спорт менән дуҫ, мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, ышаныслы иптәш. Уның үҙенең тәғәйен йорт эштәре бар.
Яҡшы күрһәткестәре, уңыштары алда әле Хафизовтарҙың.
Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА,
Йонос ауылы.

Эш һөйгәнде ил һөйәр
Эш һөйгәнде ил һөйәр
Автор:Айгуль  Шарапова