Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
26 Июль 2021, 15:50

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәгендә “Һөт кухняһы” продукттарын алыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә

Хәҙер “Һөт кухняһы” етештергән продукттарҙы бушлай алыу өсөн ғаризаны Башҡорт-остан Республикаһының Күп функциялы үҙәге офистарында ла бирергә мөмкин.

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәгендә “Һөт кухняһы” продукттарын алыу өсөн  ғаризалар ҡабул ителә
Башҡортостандың Күп функциялы үҙәгендә “Һөт кухняһы” продукттарын алыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә

“Алыҫ райондар өсөн льгота юллау ябайыраҡ һәм тиҙерәк. Хәҙер республикала йәшәүселәргә белешмәләр алған урында ғариза яҙырға мөмкин. Был уларға һис тотҡарлыҡһыҙ документтар тапшырыу мөмкинлеген бирә”, – тине Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Аҙ тәьмин ителгәндәр иҫәбенән бала имеҙгән әсәләрҙең һәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙың, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән граждандар категорияһына ҡараған ғаиләләрҙәге өс йәшкәсә балаларҙың һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балалар-ҙың ҡоро ҡатышмаларҙы, һөт продукцияһын бушлай алыу хоҡуғы бар.
Быға тиклем документтарҙы “Һөт кухняһы” учреждениеһының махсус пункттарында ғына алырға мөмкин ине. Хәҙер быны Күп функциялы үҙәктең барлыҡ офистарынан барып алырға мөмкин.
“Күп функциялы үҙәк белгестәре хеҙмәт күрһәтеү буйынса уҡып сыҡты. Улар халыҡҡа консультация бирергә, “Һөт кухняһы” продукттарын алыу һәм уны оҙайтыу өсөн килешеү төҙөргә тейеш. Граждандарға ғаризала күрһәтелгән почта адресы буйынса яҙма формала ҡарар тураһында хәбәр ебәрелә”, – тине Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова.
Хеҙмәт Башҡортостан Республикаһы Күп функциялы үҙәгенең барлыҡ офистарында күрһәтелә. Алдан яҙылыу мотлаҡ. Бының өсөн Күп функциялы үҙәктә махсус аҙыҡ һәм ҡулланыусы карточкаһын алыу өсөн ғариза тултырыу, шулай уҡ ҡайһы бер документтар кәрәк буласаҡ. Хеҙмәтте рәсмиләштереү өсөн кәрәк булған документтар тормош шарттарына ҡарап айырыла.
Күп функциялы үҙәккә тапшырыу өсөн кәрәкле документтарҙың тулы исемлеге менән учреждениеның https://mfcrb.ru/ сайтында “Хеҙмәттәр каталогы” бүлегендә танышырға йә иһә +7 (347) 246-55-33, 8 (927) 3333 100 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.
Бынан тыш, документтар исемлеге тураһында мәғлүмәт “Һөт кухняһы” сайтына урынлаштырылған: https://milkrb.ru/.

Белешмә: Башҡортостан “Һөт кухняһы” дәүләт автономлы учреждениеһы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 30 декабрендә сыҡҡан 784-се ҡарарына ярашлы, үҙе етештергән ҡоро ҡатышма һәм һөт продукцияһы менән бушлай тәьмин итеүҙе тормошҡа ашыра. Һөт ризыҡтарын төбәктең 130 таратыу пунктында алырға мөмкин. Мәсетле районында таратыу пункты Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Совет урамы, 33 “А” адресы буйынса (“Дәүләт аптекаһы” янында) урынлашҡан. Һөт ризыҡтарын тәғәйенләү буйынса ғаризаны “Һөт кухняһы” учреждениеһының махсус пункттарында һәм Күп функциялы үҙәк офистарында бирергә мөмкин.

Автор:Лариса РИЗВАНОВА