Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
19 Июль 2021, 11:30

Ныҡышмалы эшләйҙәр, күңелле ял итәләр...

Беҙ Туҡбай ауылының иң өлкән кешеләре – 82 йәшен ҡыуып барған ағинәйҙәр менән осраштыҡ.

Ныҡышмалы эшләйҙәр, күңелле ял итәләр...
Ныҡышмалы эшләйҙәр, күңелле ял итәләр...

Тәнзилә Әхмәҙиева ошо ауылда тыуып үҫкән. Атаһы фронтҡа киткәндә, уға ни бары ике йәш була. Әсәһе бер үҙе биш бала менән тороп ҡала, шуға күрә лә бәләкәстәргә иртә өлкәнәйергә тура килә: улар үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алып, бүлеп бирелгән участкаларҙа ең һыҙғанып эшләй.
Тәнзилә Таһир ҡыҙы тәүҙә Туҡбай, һуңынан Дыуан-Мәсетле мәктәбендә уҡый.
– 1950 йылдарҙа Кәшкиәк йылғаһында ҙур булмаған һыу көсө ярҙамында эшләгән электр станцияһы төҙөнөләр. Шунан беҙҙең һәм күрше ауылдарға ут үткәрҙеләр. Һуңынан электр уты менән тәьмин итеү дәүләт кимәлендә башланды, – тип хәтерләй ул.
Яңы етенсе класты тамамлаған Тәнзилә апайҙы колхоз келәтенә үлсәүсе итеп тәғәйенләйҙәр.
– “Комсомолец” колхозы яҡын-тирәләге бер нисә ауылды берләштер-ҙе, шул иҫәптән Ҡаранай, Еланыш, Ғүмәр ауылдарын,– ти ул. –Хужалыҡтың эшкәртелгән һәм иген культуралары сәселгән баҫыуҙары икһеҙ-сик-һеҙ ине. Урып-йыйыу осоронда туҡтамай эшләнеләр, шуның өсөн мине төн уртаһында ла эшкә саҡырып сығара торғайнылар. Игенде бестаркала – ат менән махсус арбала ташынылар.
Тәнзилә Таһир ҡыҙы кейәүгә сыҡҡас, район үҙәгендә көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинатында тегенсе булып эшләй башлай. Тормош иптәше Рәхимйән Әхмәҙиев колхозда яуаплы участкаларҙа механизатор һәм водитель булып эшләүен дауам итә. Әхмәҙиевтар хаҡлы ялға сыҡҡас, тыу-ған ауылдарына әйләнеп ҡайта. 1998 йылда ғаилә башлығы баҡыйлыҡҡа күсә.
***
Мәсҡүҙә Закирова тыумышы менән Ләмәҙтамаҡ ауылынан. 1965 йылда ул Туҡбай ауылы егете Развай Сәйет улына тормошҡа сыға. Кейәүгә сыҡҡансы фермала һыйыр һауа, сусҡа ҡарай, яңы урында мал һәм һарыҡ фермаларында эшләй.
– Һыйыр малдары торған фермала ун һауынсы хеҙмәт иттек, һәр ҡайһыбыҙға 15-17 баш һыйыр тура килде. Башлыса эште ҡул көсө менән башҡарҙыҡ. Тәүлегенә бер һыйырҙан 30 литр һөт һауып ала инек. Малдарға аҙыҡты аттар менән ташынылар. Тормош иптәшем мал табибы булып эшләй ине һәм йыш ҡына миңә ярҙам итте, – ти ул.
Һуңынан, ферма ябыл-ғас, Мәсҡүҙә Мөғәф ҡыҙы баҫыуҙа эшләй. Яҙғы сәсеү эштәре барышында ҡатнаша: сәскесте орлоҡ менән тултыра, орлоҡ һалынған ҡапсыҡтар ташый. Хеҙмәт стажы – 30 йыл.
Ул үткән йылдарҙы һағынып иҫкә ала:
– Беҙҙең йәшлек йылдары көсөргәнешле, әммә күңелле үтте. Көндөҙ баҫыу, ферма һәм иген ҡабул итеү майҙансыҡтарында эш ҡайнаһа, кискеһен йәштәр ауыл клубына йыйылды. Ирем гармунда уйнаны, ололарҙан алып балаларға тиклем бейеп-уйнап күңел астыҡ.
***
Ауылдың тағы ла бер ағинәйе – Мәүжиҙә Ғибәҙуллина, ҡыҙ фамилияһы –Сөнәғәтуллина. Һабанаҡ ауылында тыуып үҫкән. Ул да йәштәштәре кеүек кейәүгә сығып, тормошон Туҡбай ауылы менән бәйләй. Уның ире Шәрифулла Ғибәҙуллин 20 йыл механизатор, 12 йыл көтөүсе булып хеҙмәт итә.
Мәүжиҙә Ғибәҙуллина һауынсы була, быҙау, һарыҡтар ҡарай.
– Эшләү осоронда төрлө хәлдәр булды инде, – тип йылмайып иҫкә ала. – Ферманың башҡа хеҙмәтсәндәре мин тәрбиәләгән сәләмәт малдар-ҙы үлгәненә алмаштырған ваҡыттар ҙа булды. Әммә аҙаҡтан дөрөҫлөк барыбер өҫкә сыҡты.
Мәүжиҙә апай биш йыл һөт йыйыусы вазифаһын башҡара. Был эш тә еңелдәрҙән булмай. Ат егеп, арбала флягаларҙа һөт ташый. Һәр иртә һайын урамдар буйлап йөрөп хужабикәләр яңы һауған һөттө йыя, уны Дыуан-Мәсетле ауылына алып барып тапшыра. Шунан көн элгәре килтергән флягаларын алып ҡайтып йыуа.
Мәүжиҙә Ғибәҙуллина ике йыл рәттән иң яҡшы һөт йыйыусылар исемлегендә тора, уның хеҙмәте почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнә.

***
Мәҡәлә геройҙары – оло йәштәге кешеләр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларҙа әле йәшлек дәрте һүнмәгән. Инәйҙәр һәр көнгә ҡыуанып, яҡындарының шатлыҡтарын уртаҡлашып, ауылдаштарына терәк һәм кәңәшсе булып, ғүмер үренә атлай.

Автор:Наркес Халиуллина