Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
16 Июнь 2021, 09:00

Фермер булыу – йәшәү рәүеше

Фермерсылыҡ – эш яратҡан, маҡсатҡа ынтылған, өлгәшкән ерендә туҡтап ҡалмаған, тырыш кешеләрҙең йәшәү рәүеше. Хеҙмәт һөҙөмтәләрен күргәндәрҙе һайланған юлдан барғанда бер ниндәй ҙә көс туҡтата алмай.

“Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2020” район конкурсы һөҙөмтәләре буйынса “Иң яҡшы фермер” номинацияһында крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Ришат Нәсибуллин еңеүсе тип табылды.
Әжекәй егете бар ғүмерен тыуып үҫкән ауылына бағышлай.
Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетында агроном һөнәрен үҙләштерә.
Йәш белгестең хеҙмәт юлы “Октябрҙең 40 йыллығы” колхозында башлана, һуңынан “Һандуғас шишмәһе” һәм “Алға” йәмғиәттәрендә хеҙмәт итә. Тәжрибәле агроном башҡа өлкәлә эшләүен күҙ алдына ла килтермәй. Шуның өсөн дә, хужалыҡтар тарҡалғас, үҙ аллы баҫыу эшкәртә һәм сәсә башлай.
60 гектар ерҙән башлап, яйлап уның майҙанын киңәйтә, ал-ял белмәй эшләй һәм ҡуйған маҡсатына ышаныслы атлай.
2013 йылда Ришат Тимерйән улы үҙенең хужалығын рәсми рәүештә теркәй, “2013-2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында эш башлаусы фермерҙарға ярҙам” программаһында ҡатнаша. Алынған грант ярҙамына йыл һайын юғары күрһәткестәргә өлгәшергә мөмкинлек биргән яңы техникаға – КУН менән тракторға, тағылмаға һәм һабанға – эйә була.
Бер ни тиклем ваҡыттан фермер үҙ көсө менән тырма, сәсеү ҡоролмаһы һәм һабан һатып ала.
Бөгөн хужалыҡта 403 гектар ер эшкәртелә, 300 гектарына иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәселә, ҡалған ергә – күп йыллыҡ үлән. Быйыл ул сәсеү эшен иң беренсе булып тамамланы. Етештергән продукцияһын һаҡлау өсөн иген келәте бар, шулай уҡ иген таҙарта торған комплекс хәстәрләгән.
Крәҫтиән-фермер хужалығы Нәсибуллиндар ғаиләһенең төп эше – ҡатыны һәм улдары ғаилә башлығына һәр яҡлап ярҙам итә. Әйткәндәй, Әжекәй ауылы фермерҙары бар эште кәңәшләшеп, бергәләп башҡара – яҙғы сәсеү һәм урып йыйыу ваҡытында бер-берҙәренә ярҙам ҡулы һуҙа.
Бар күңелен һалып ауыл тормошон, малдарҙы, ер эшен яратҡан, шуның менән бәхетле була алған һәм хеҙмәтен ҡәҙерләгән кешеләр хөрмәткә лайыҡ.
Даимилыҡ, эшләй белеү, ауыл ҡанундары менән йәшәү, ауыл яҙмышы һәм үҫеше өсөн хеҙмәт итеү – Ришат Тимерйән улының йәшәү асылы.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Ришат Нәсибуллин Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.