Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
10 Июнь 2021, 15:00

Халыҡ уны хөрмәт итә

Гөлнара Фазулова – “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсының “Социаль өлкәнең иң яҡшы хеҙмәткәре” номинацияһында еңеүсе тип табылды. Ул 16 йыл халыҡҡа пенсия тарата.

Гөлнара Рафаил ҡыҙы Оло Ҡыҙылбай ауылында тыуып үҫкән. Һатҡы медицина училищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлын “Ҡарағай” шифаханаһында шәфҡәт туташы булып башлай. Һуңынан ире менән Себер тарафтарына юллана.
2004 йылда Фазуловтар тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайта, тормош иптәше Фәйем Вәҡиф улы алыҫ юлға йөрөп эшләй, ә Гөлнара Рафаил ҡыҙы почта элемтәһе бүлексәһенә йыйыштырыусы булып урынлаша, һуңынан уға пенсия таратыу эшен ышанып тапшыралар.
Ул яуаплы хеҙмәткәр, алсаҡ, тормошто яратҡан һәм еңел аралашыусан кеше. Гөлнара Фазуловаға эше бер-ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, сөнки халыҡ уны һәр ваҡыт асыҡ сырай менән көтөп ала.
“Эш күп ваҡыт талап итә, – ти Гөлнара Рафаил ҡыҙы, – ололар аралашыуға мохтаж”.
Пенсия таратыусы һөнәри бурысына һиҙгер һәм иғтибарлы мөнәсәбәттә булған өсөн ауыл халҡы уны хөрмәтләй.
Почта бүлеге аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт тауарҙарының киң ассортиментын тәҡдим итә. Шуның өсөн дә почта хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең төп эшенән тыш һатыу итеүҙе лә алып бара.
Эш физик көс талап итә һәм апаруҡ арыта ла, әммә өләшкән изгелегенә ошондай уҡ хистәр менән яуап ҡайтарған халыҡтың рәхмәттәренән һуң бар ҡыйынлыҡтар онотола. Эшен ярата, ҡасандыр почта бүлегенә килеп урынлашыуына, ошо һөнәрҙе һайлауына үкенмәй. Иң мөһиме кешеләргә ярҙам итеү, тип иҫәпләй. Был эштә һәр ваҡыт алсаҡ йөҙ һәм ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү оҙон көнгә етәрлек шатлыҡ-ҡыуаныс алып килә.
– Беҙҙең коллектив берҙәм һәм татыу. Коллегалар бер-берҙәренә ярҙам итә, – тип һөйләй Гөлнара Фазу- лова.
Социаль өлкәлә эшләү ваҡытында уның хеҙмәте күп тапҡыр грамота, рәхмәт хаттары менән баһалана.
Гөлнара Рафаил ҡыҙының ҡунаҡсыл өйөндә һәр саҡ йәмле, бөхтәлек һәм тәртип. Яратҡан, хәстәрле ире бар эшендә ярҙам итә. Ғаилә ике бала тәрбиәләп үҫтерә, улар Төмән өлкәһе Белоярск ҡалаһында үҙ аллы донъя көтә. Һәр йәй балалары, ейәндәре ҙур теләк менән ата-әсә йортона ҡайта.