Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
21 Май 2021, 11:30

Районда иң яҡшы механизатор

Мәсетле районында яҙғы сәсеү эштәре ахырына яҡынлаша. Күпселек ауыл хужалыҡтарында яҙғы культураларҙы сәсеү тамамланды. Яуым-төшөмһөҙ, матур һауа торошо аграрийҙарға эштәрҙе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарырға мөмкинлек бирҙе. Әлбиттә, бында хужалыҡ хеҙмәтсәндәренең тырышлығы ла бар. Виктор Власовец яҙғы сәсеү эшендә ҙур тәжрибә туплаған хеҙмәтсән.

Виктор Александрович ауыл хужалығында 17 йыл эшләй. Хеҙмәт юлы, Яраҫтау һөнәрселек училищеһын тамамлағас, “Әй” совхозында тракторсы-машинист булып башлана. 2018 йылдан – яуаплылығы сикләнгән “Аҡтау” ауыл хужалығы предприятиеһында механизатор.
Бөгөн ул тыуған районының ауыл хужалығы тармағын үҫтереүҙә, продукция етештереүҙә күп ваҡытын һәм көсөн һалып эшләй. Эш ауыр булыуына ҡарамаҫтан, Виктор Александрович көн һайын баҫыуға сыға һәм хеҙмәтен еренә еткереп башҡара.
Йәмғиәт етәкселеге һәм коллегалары уны хеҙмәт яратыуы өсөн хөрмәт итәләр, иң яуаплы эште ышанып тапшырырға мөмкин икәнлеген беләләр. Үҙенә беркетелгән техниканың торошон ентекләп күҙәтә, ваҡытында майлай, көйләй, кәрәк булһа, алмаштырыу яғын ҡарай. Тракторға ваҡытында техник хеҙмәтләндереү үткәрергә кәрәклеген яҡшы аңлай, шуның өсөн дә “ҡорос аты” һәр саҡ сафта.
Виктор Власовец машина-трактор агрегаттары менән ауыл хужалығы эштәрен башҡарыу ысулдары, үҙенсәлектәре ҡағиҙәләрен яҡшы белә, эшендә уңышлы ҡуллана. Үҙенә йөкмәтелгән эште ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, сифатлы итеп башҡара һәм юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшә.
– Был эштә иң мөһиме – сәсеү ҡоролмаһын көйләү, трактор тиҙлеген дөрөҫ һайлау һәм баҫыу буйынса орлоҡто тигеҙ итеп сәсеү, – тип һөйләй үҙенең эше тураһында Виктор Александрович.
Хеҙмәт итеү теләге, бөтмәҫ көс-ҡеүәт һәм ергә, тыуған яҡҡа һаҡсыл ҡараш – уның уңышлы эше нигеҙе.
Уҙған йылда ул 2200 гектар ергә бойҙай сәскән, 2300 гектар ерҙе эшкәрткән. Үҙенә йөкмәтелгән эште сифатлы башҡарыуы, хеҙмәт яратыуы һәм яуаплы булыуы өсөн Виктор Власовец “Аҡтау” йәмғиәтенең почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәренә лайыҡ. 2019 йылда Мәсетле районы мәғлүмәт-консультация үҙәгенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде, 2020 йылда – Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән.
Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район һөнәри оҫталыҡ конкурсының “Иң яҡшы механизатор” номинацияһында еңеүсе тип табылды.
Һүрәттә: Виктор Власовец (уңда) “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсы еңеүселәрен тантаналы тәбрикләү сараһында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Вадим Саҙиҡов менән.