Ғаилә башлығы Илдар Эдвард улы 10 йыл физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Хәҙер – Свердловск өлкәһе Екатеринбург ҡалаһында иретеп йәбештереүсе.
– Бер ваҡыт интернет селтәрендә оҫталарҙың тимер ҡалайҙан төрлө йәнлек һәм әкиәт персонаждарын эшләгәндә- рен күрҙем, – тип һөйләй ул. – Миндә лә ошоға оҡшаш әйберҙәр әҙерләп ҡарау теләге тыуҙы, ә иретеп йәбештереүсе һөнәре туранан-тура тимер менән эш итеүгә бәйле.
Илдар Сәғҙәтов интернет ярҙамында оҫталыҡ дәрестәре ҡарай, ҙур булмаған әйберҙәр әҙерләй. Шулай итеп, йорт ихатаһында әтәс, торна, бөркөт, арыҫлан һәм башҡа һындар барлыҡҡа килә. Ваҡыт үтеү менән ҡулдар оҫтара. Буш ваҡыты килеп сыҡһа, үҙенең йортондағы оҫтаханаһына ашыға.
– Әлбиттә, буш ваҡытым бик үк күп тә түгел, – ти ғаилә башлығы. – Вахта ысулы менән эшләйем, ҡалған ваҡытты ғаиләгә арнағы килә, шәхси йортта эш етәрлек, бигерәк тә йылдың йылы миҙгелендә. Һыйыр, ҡош-ҡорт ҡарайбыҙ, йәшелсә-емеш үҫтерәбеҙ. Улар барыһы ла тәрбиә талап итә.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Илдар Эдвард улы үҙ ҡулдары менән ысын сәнғәт әҫәре – ҡап-ҡаслы һәм ат һындары менән семәрле эскәмйә, мангал әҙерләгән.
Һындар һәм биҙәктәр ярҙамында ата-әсәһе һалған нигеҙҙе – ғаиләһе менән йәшәгән йортон – биҙәгән. Хәҙер уларҙың күркәм өйө йәшәгән урамды ғына түгел, бар ауылды йәмләп тора. Матур йортта йәшәү күңелле, ә ул гүзәллек үҙ ҡулдарың менән булдырылһа – бигерәк тә.