Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
12 Май 2021, 14:40

Коллегабыҙға оло рәхмәт!

Шәфҡәт туташтарының һөнәри байрамдары алдынан бар ғүмерен медицинаға арнаған коллегабыҙ Ольга Тарасова хаҡында һөйләп үтергә теләйбеҙ. Уның аҡылы, эш тәжрибәһе, белеме һәм эш яратыуы һәр саҡ беҙҙең коллективҡа уңыштарға өлгәшергә ярҙам итте.

Ольга Сергеевна Һатҡы медицина училищеһын тамамлай. Хеҙмәт юлын 1979 йылда Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһында башлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы, 41 йыл, эшенә, коллективына тоғро ҡала.
1986 йылда йәш, яуаплы белгесте баш медицина шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифала ул 15 йыл дауамында үҙенә беркетелгән структура бүлексәһе менән оҫта етәкселек итте. Коллективта үҙен һәләтле ойоштороусы, намыҫлы, принципиаль хеҙмәткәр итеп күрһәтте. Ҡул аҫтындағыларға талапсан булыу, шул уҡ ваҡытта уларҙы ҡайғыртыу Ольга Сергеевнаға хеҙмәттәштәре менән үҙ-ара ышаныс кимәленә сығыу мөмкинлеге бирҙе. Ул хеҙмәт яратыуы, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булыуы, тупланған оло тормош һәм хеҙмәт тәжрибәһе менән коллегалары алдында ғына түгел, ял итеүселәр араһында ла абруй ҡаҙанды һәм хөрмәткә лайыҡ булды.
Диетик туҡланыу буйынса шәфҡәт туташы булып эшләгән ваҡытта, Ольга Сергеевна дауаланыу процесында мөһим, яуаплы булып торған сифатлы аҙыҡ менән ваҡытында тәьмин итеү эшен ойоштороуҙа күп көс һәм белемен ҡулланды. Дөрөҫ төҙөлгән меню, аҙыҡ-түлек блогы коллективының татыу, көйлө эше, дауаланыусы балалар һәм улар-ҙың ата-әсәләренең туҡланыу менән риза ҡалыуы – уның эш һөҙөмтәһе.
Ольга Тарасованың хеҙмәте күп һанлы наградалар менән баһаланған. Ул – Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте, юғары профессионализм һәм вазифалы бурысын өлгөлө үтәгәне өсөн Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Беҙ Ольга Сергеевнаны һөнәри байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, уға сәләмәтлек, ғаилә именлеге, оҙаҡ йылдарға етерлек күңел дәрте, өй йәме һәм ырыҫ теләйбеҙ!
Мәсетле ата-әсәләре менән
балалар өсөн
шифаханаһы коллективы.