Рәмзилә Абзанова Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән. Һатҡы медицина училищеһын тамамлағандан һуң, Силәбе ҡалаһында бер йыл йүнәлтмә буйынса эшләй. Һуңынан, яҙмыш ҡушыуы буйынса, Удмурт Республикаһы Сарапул ҡалаһына күсә: бында уның тормош иптәше уҡыған була. Биш йылдан улар тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.
Рәмзилә Рамазан ҡыҙы Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының балалар бүлегенә эшкә урынлаша. Тәүҙә процедура кабинетында эшләй, һуңынан өлкән шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләйҙәр. Эш яуаплы һәм көсөргәнешле. Сирле бала, уның әсәһе, туғандары менән уртаҡ тел таба белеү һәр кемдең хәленән килә торған эш түгел, әммә Рәмзилә Рамазан ҡыҙына был ауырлыҡ тыуҙырмай. Ул барыһына ла иғтибар бүлә, тыңлай, сабыр яуап ҡайтара, үҙенә йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп үтәй, табип күрһәтмәләрен дөрөҫ һәм аныҡ башҡара. Стационарҙа дауаланырға тура килгән кешеләр, уны изге күңелле, алсаҡ хеҙмәткәр, тип, рәхмәттәрен еткерә.
Хеҙмәт юлында ул күптәргә үрнәк. Хатта уға оҡшарға теләп, шәфҡәт туташы һөнәрен һайлаусылар ҙа табыла. Шулай, бер бәләкәй генә пациентка-һы, дауаханала ятҡанда, гел эргәһендә йөрөй, медицина инструменттары, эше менән ҡыҙыҡһына, ә һуңынан: “Мин, ҙур үҫкәс, һеҙҙең кеүек шәф-ҡәт туташы булам”, – тип белдерә. Был ваҡиғанан һуң күп йылдар уҙа. Бөгөн ошо пациентка үҙе үҙәк район дауаханаһының балалар бүлегендә шәф-ҡәт туташы булып эшләп йөрөй.
2006 йылдан алып Рәмзилә Абзанова терапия бүлегенең өлкән шәф-ҡәт туташы вазифаһын башҡара. Коллегалары менән сирлеләрҙе дауалау һәм тәрбиәләп һауыҡтырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра.
– Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр ваҡыт һынауын үткән татыу бер коллектив булып тупланған. Улар – коллегалар ҙа, әхирәттәр ҙә. Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер, – тип һөйләй өлкән шәфҡәт туташы.
Медицина өлкәһендә эшләү ваҡытында Рәмзилә Абзанова почет грамоталары менән бүләкләнгән, шулай уҡ уның хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан баһаланған. Ул юғары категориялы шәфҡәт туташы, йәш белгестәр өсөн остаз, “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” маҡтаулы исеменә лайыҡ.
Дауаханала эш күп булыуына ҡарамаҫтан, Рәмзилә Рамазан ҡыҙы ғаиләһен дә хәстәрләргә өлгөрә. Тормош иптәше менән бик матур ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙы экономист булып эшләй, ә улы – полиция хеҙмәткәре.
Буш ваҡытын аш-һыу бүлмәһендә уҙғарырға ярата, ғаиләһен тәмле аштары менән һыйлай, бигерәк тә өс ейәне уның әҙерләгән ризыҡтарын ярата. Баҡсаһында матур сәскәләр ҙә үҫтерә Рәмзилә Рамазан ҡыҙы.
– Эш эш менән, ә яҡындарыңды оноторға ярамай, – тип иҫәпләй ул. – Һәр кешенең көсөргәнешле эш көндәре булырға мөмкин, әммә ғаиләң, балаларың өсөн һәр ваҡыт бер аҙ ғына булһа ла ваҡыт табып, иғтибарыңды бүлергә кәрәк.