Мәсетле тормошо
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
27 Апрель 2021, 12:00

Уға тимер ҙә сыҙамай

Оло Аҡа ауылында алтын ҡуллы оҫта йәшәй. Уның кеүектәр тураһында, һәр эш ҡулынан килә, тиҙәр.

Филүс Вәлиев – тимерсе. Ул металдан төрлө предметтар эшләй. Тимерлеге ҡуртымға алынған ҙур булмаған бинала урынлашҡан. Бында ул төрлө инструменттар туплаған, ҡорамалдар һәм мейес ҡуйған.
Филүс Ратмир улына килеүселәр төрлө ҡапҡалар, эскәм-йәләр, балкондар, лоджиялар, өйҙәр һәм баҡсалар өсөн биҙәү элементтары эшләп биреүен һорай. Оҫта ҡулында тимер, баҡыр һәм уның иретмәләре, ҡурғаш, башҡа металл төрлө-төрлө һынға әйләнә. Ул сүкеп, иретеп йәбештереп, ҡойоп, һырлы, төҫлө матур изделиелар яһай.
Атаһынан күргән уҡ юнған, тигәндәй, беҙҙең оҫтаға ла һәләт яҡын кешеләренән күскән: әсәһе – төҙөүсе, ә атаһы балта оҫтаһы була. Филүс Вәлиев, һигеҙенсе класты тамамлағандан һуң, “Әй” совхозына төрлө эштәр башҡарыусы булып урынлаша. Уны йәнһеҙ тимер киҫәктәренән ысын сәнғәт әҫәре яһаған Рафас ағайҙың эштәре илһамландыра. Шул мәлдән был кәсепкә өйрәнә башлай.
Училищела бер юлы өс һөнәр үҙләштереп, водитель, механизатор һәм иретеп йәбештереүсе таныҡлығы алып сыға, һәм совхозда эшен дауам итә. Хужалыҡ тарҡалғас, бер нисә йыл Себер тарафтарында вахта ысулы менән иретеп йәбештереүсе булып эшләй.
– Тыуып-үҫкән ауылдан, ғаиләнән айырылып сығып китеү бик ауыр, – тип һөйләй ул. – Шул ваҡытта мин үҙебеҙҙә ҡалыуҙан да яҡшырағы юҡ икәнлеген аңланым.
Филүс Ратмир улы тимерҙән көндәлек кәрәк-яраҡ сүкеп эшләргә өйрәнгән була ул ваҡытҡа. Күп нәмәне журналдарҙан ҡарап өйрәнә, шул уҡ журнал геройҙары уны яңы асыштарға илһамландыра.
Ике йыл элек ҡатыны Рита Фазылйән ҡыҙы менән Оло Аҡа ауылында янғын һүндереү депоһы янындағы бинаны ҡуртымға ала. Һәр эшкә ҡыйыу тотона: ҡапҡаһын да эшләй, ғәҙәти булмаған эскәмйәләр ҙә, француз балкондары ла. Ниндәй ауыр һәм ҡаты тимер ҙә уға сыҙамай, оҫта ҡулдарына буйһона.
– Башлыса үҙбеҙҙең район халҡы заказ бирә, – ти тимерсе. – Буласаҡ изделиеның проектын үҙем эшләйем, һуңынан уны заказ биреүсегә күрһәтәм, теләге буйынса үҙгәрештәр индерәм. Сүкеп яһалған изделиеларҙың хаҡы эш күләменән сығып билдәләнә.
Киләсәктә оҫта иркенерәк эш урынына күсеп, тағы ла ҙурыраҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу теләге менән янып йәшәй.