Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
16 Апрель 2021, 10:40

Районыбыҙҙың ҡәләм оҫталары ижады менән бөгөн һеҙҙе лә таныштырып үтәбеҙ

Мәҙәниәт

Ҡартлыҡта шатлыҡ бар
Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел, тиҙәр,
Ҡартлыҡта ла шатлыҡ бар.
Рәхәтләнеп сығып китәм,
Аҡсам әле, ҡулда бар.
Хаҡлы ялда тик ятмайбыҙ,
Бик күңелле йәшәйбеҙ.
Китап уҡып, аң үҫтереп,
Белемде арттырабыҙ.
Ҡайһы көндәрҙә клубҡа
Йырларға сығып китәм.
Йәштәр менән йырлап, уйнап,
Күңелде асып ҡайтам.
Районда үткән сара –
Минең өсөн ҙур шатлыҡ.
Тып-тып баҫып сығып китәм,
Ниндәй ҙур, оло шатлыҡ.
Балалар килеп китәләр
Һағынған саҡтарында.
Улар менән шау-гөр килеп,
Йәшәйбеҙ шулай бергә.
Ниндәй рәхәт хаҡлы ялда,
Балалар үҫеп бөткән.
Ейән-ейәнсәрҙәр менән
Тик башҡортса һөйләшәм.
Пенсияһын биреп тора,
Рәхмәт яуһын Путинға.
Сәй, шәкәр, бутҡаһына,
Иткә лә етә хатта.
Тик ятмайбыҙ хаҡлы ялда,
Сигәбеҙ һәм тегәбеҙ.
Бер аҙ ҡош-ҡорт аҫырайбыҙ,
Бал ҡортон да тотабыҙ.
Әүҙем тормошта йәшәйбеҙ,
Сәхнәләргә сығабыҙ.
Кәрәк икән, шиғыр яҙам,
Йырлап та ебәрәбеҙ.
Ваҡыт юҡ эс бошорға,
Көнө-төнө эшләйбеҙ.
Мул уңыштар алыр өсөн
Баҡсала күп йөрөйбөҙ.
Гәзит-журналдар алдырам,
Яңылыҡ уҡып барам.
Көнөнә берәй сәғәт
Компьютерҙа ултырам.
Өй алдымда өйрәктәрем,
Ҡаҙҙарым ҡысҡырмаһа,
Тауыҡтарым ҡытҡылдап,
Әтәсем саҡырмаһа,
Йәшәүемдең мәғәнәһе
Юҡтыр кеүек тойола.
Ҡайһы берҙә, ҡартлыҡ инде,
Ҡыҫып ала йөрәкте.
Беҙ шулай ҙа бирешмәйбеҙ,
Гөрләп йәшәйбеҙ әле.
Ҡартлыҡта ла шатлыҡ бар,
Күрә белергә кәрәк.
Ошо ерҙә атлап йөрөү
Үҙе оло шатлыҡ бит.
Бирешмәйсә ҡартлыҡҡа,
Шатлыҡ табып ҡартлыҡта.
Алға ынтылып гел дә,
Йәшәйек, дуҫтар, шатлыҡта.
Илем генә тыныс булһын,
Һуғыш була күрмәһен.
Тыныслыҡта һәм шатлыҡта
Барса халҡым йәшәһен!
Зәлифә ҒӘЛИМОВА,
Тайыш ауылы (77 йәш).
Скандинавса йөрөш
Бер төркөм әбейҙәр килә,
Ҡулдарында – таяҡтар.
Таяҡтары саңғыныҡы, тик
Саңғыла түгел аяҡтар.
Елле генә атлайҙар,
Туҡтап хәбәр һатмайҙар.
Бер-береһенән ҡалышмай,
Атлайҙар ҙа атлайҙар.
“Ҡайҙа китеп барыш – тимен,
– һеҙ, атһыҙ һыбайлылар?”
“Был скандинавса йөрөш, – тип
Әбейҙәр йылмайҙылар.
– Сәләмәт тормош менән,
Йәшәйбеҙ бит беҙ хәҙер.
Пенсионерҙың ваҡыты күп,
Ни әйтһәләр, шуға әҙер.
Кистәрен йә китапхана,
Йә мәҙәниәт йортона
Репетицияға барабыҙ –
Концерт булырға тора.
Менә бер ай элек кенә
Тотондоҡ таяҡтарға.
Бер-ике саҡырымды ураһаҡ,
Хәл керә аяҡтарға”.
Әбейҙәр үҙҙәре шаян,
Күңелдәре аҡ ҡына.
Улар шулай дәртле баҫа
Мин өлгөрәм саҡ ҡына.
Шундай әбейҙәр булғанда,
Мәҙәниәтебеҙ һүнмәҫ.
Скандинавса йөрөгән
Әбейҙәр мәңге йәшәр!
Лена ФАЗЫЛОВА,
Йыланыш ауылы.
Гимн
Ҡошсоларҙың тыуған ерен
Ғорур тауҙар уратҡан.
Аҡ ҡайындар, гүйә һаҡсы,
Әйебеҙ йәйрәп ята.
Ҡушымта:
Тыуған илем – Мәсетле.
Сәскә атһын гөлөстан!
Әй буйында дуҫ йәшәгән
Ҡошсо ырыуына дан!
Күпме яуҙар булып үтә
Ҡошсоларҙың илендә.
Дошманға бирешмәйсә,
Һаҡлай улар ерен дә.
Һаҡлай илде көслө рухлы
Үҙ ерем батырҙары.
Мәсетлене гөлгә күмә
Мәсетле матурҙары.
Беҙ үҙебеҙ Әй буйынан,
Беҙ үҙебеҙ – ләмәҙҙәр.
Ләмәҙҙәргә иш була алмай
Тар күңелле әҙәмдәр.
Ауылды урталай бүлеп,
Аға Ләмәҙ йылғаһы.
Шаяндар ҙа, саяндар ҙа
Беҙҙең Ләмәҙ ҡыҙҙары.
Һандуғастар сут-сут һайрай,
Таң алдынан таллыҡта.
Уйнайбыҙ ҙа, бейейбеҙ ҙә,
Бирешмәйбеҙ ҡартлыҡҡа.
Йырлайбыҙ ҙа яңғыратып,
Ҡумыҙҙа ла сиртәбеҙ.
Йыр һөймәгән әҙәмдәрҙең
Күңелдәрен иретәбеҙ.
Тыныс тормошта йәшәйбеҙ,
Тыуған Башҡортостанда.
Милләт-ара татыу булып
Күмәйек илде данға.
Аҡ ҡайындар араһынан,
Аға беҙҙең Әйебеҙ.
Әй буйында урынлашҡан
Ҡошсо ырыуынан беҙ.
Ырыуыбыҙ Ҡошсо беҙҙең,
Ҡошобоҙ аҡҡош була.
Ораныбыҙ – Салауат,
Ә ағас муйыл була.
Ҡош аулаған ата-бабам,
Һунарҙарға йөрөгән.
Булмаған уларҙай кеше
Һунар эшен белмәгән.
Ҡошсоларҙың егеттәре
Уңған, дәртле һәм сәмле.
Дан ҡаҙанған ҡыҙҙары –
Тыуған еребеҙ йәме.
Алһылыу ДИЛМӨХӘМӘТОВА,
Ләмәҙтамаҡ ауылы.
Эй, Мәсетле, Мәсетле
Мин башҡортмон,
Хазиналар иле
Башҡортостан ҡыҙымын.
Телен биргән, һүҙен биргән
Әйле минең ырыуым.
Бер кемгә лә баш эймәгән
Салауат ораныбыҙ.
Өйөрөлөп-өйөрөлөп йөҙөр
Аҡҡош уның ҡошолор.
Әйтер һүҙем ошолор.
Һүҙҙәремде әйтәйем,
Уйым барлап үтәйем.
Башыма килгән уйҙарҙы
Һеҙгә һөйләп китәйем.
Тыуған районым – Мәсетле,
Уны маҡтап үтәйем.
Эй, Мәсетле, Мәсетле
Барыһынан бәхетле
Йәштәре күп Мәсетле.
Эй, Мәсетле, Мәсетле,
Арыҫланға тиңләрҙәй
Батыры күп ғәйрәтле.
Сәскәләргә тиңләрҙәй
Һылыуы күп егәрле.
Эй, Мәсетле, Мәсетле,
Тәбиғәте иҫ китмәле,
Йылғалары, күлдәре,
Урмандары, тауҙары,
Яландары, ҡырҙары,
Ҡайындары, ҡарағайҙары.
Эй, Мәсетле, Мәсетле,
Һиндә – данлы бейеүсе.
Эй, Мәсетле, Мәсетле
Һиндә – Герой-осоусы.
Хеҙмәт һөйгән эшселе,
Бил бирмәҫ көрәшселе.
Эй, Мәсетле, Мәсетле,
Иманлы, аҙанлы, мәсетле.
Борондан беҙгә күсә килгән
Телле, һүҙле Мәсетле.
Бер туған булып йәшәгән
Күп милләтле Мәсетле.
Эй, Мәсетле, Мәсетле,
Сәскә ат, күмел гөлгә,
Йәшәрбеҙ һиндә бергә-бергә!
Гөлфиә НИҒӘМӘТУЛЛИНА,
Аҙанғол ауылы.
Башҡорт телем
Тәрән диңгеҙһең һин,
Бөйөк һин һәм дә ҡәҙерле.
Һөйләшһәм, танһыҡҡайым ҡанмай,
Ә йырлаһам, йырым әҙерҙер.
Ниңә күптәр туған телен белмәй?
Бығауланғанмы, әллә, күңелдәр?
Ни кәрәге том-том китаптарҙың,
Уҡымағас башҡорт телендә?
Теле булған көйө телһеҙ
башҡорттар бар,
Әсә телен белмәй үҫкәндәр.
Бар бит ерҙә үҙ ҡулдары менән
Сабыйының телен киҫкәндәр.
Үҙ халҡыңдан, ғәзиз телеңдән
Ваз кисмә һин, ҡалма көлкөгә.
Килер быуын ғәфү итмәҫ беҙҙе,
Боҙоҡ телле милләт төҙөлһә.
Наҙгөл НИҒӘМӘТУЛЛИНА,
Аҙанғол ауылы.
Өләсәйем
Яратҡан өләсәйемә
Тулды былтыр һикһән биш.
Уның үткән ғүмеренә
Ҡуйыр инем мин дә биш.
Бәхетле оҙон ғүмерҙәр
Эләгә һуң кемдәргә?
Тыуып-үҫкән төйәктәрен
Үҙ иткән кешеләргә.
Балаларын һөйгәндәргә,
Улар тип көйгәндәргә.
Алға китһен тормоштары,
Тип теләп йөрөгәндәргә.
Өләсәйем минең наҙлы,
Һәр бер эштә һынатмай.
Уның өсөн балалары
Нисек торһон йән атмай?
Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип
Ҡабатларға ярата.
Насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ
Тороғоҙ тип аңлата.
Үҙе һәр саҡ хәрәкәттә,
Тик ултырырға белмәй.
Иртүк тауыҡтарын ашата,
Бәрәстәрен дә һыйлай.
Күрмәй ҡалһаң, һауыттарҙы
Йыуырға ла керешә.
Өлгөр булырға кәрәк тип,
Миңә аҡыл өләшә.
Шундай өләсәйем булғанда,
Ултырмайым мин дә тик.
Уның кеүек һау-сәләмәт
Йәшәгем килә бит бик.
Сәләмәтлектең нигеҙе
Оҙон ғүмерле булыу.
Ошо йәшәү дәүерендә
Кәрәк бәхетле булыу.
Айгүзәл ФӘТТӘХОВА,
Тайыш ауылы.