Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
15 Апрель 2021, 16:30

Илһам ҡанаттары талмаһын!

Үҙәк район китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр араһында күптән инде яҡшы йолаға әйләнгән “Илһам шишмәләре-2021” конкурсы уҙҙы. Ул Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар, Башҡортостан Республикаһында Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына арналды.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса өлкәндәр араһында Лена Фазылова (Йыланыш ауылы) һәм Зәлифә Ғәлимова (Тайыш ауылы) еңеүсе тип билдәләнде. Икенсе урынды Алһылыу Дилмөхәмәтова (Ләмәҙтамаҡ ауылы) һәм Гөлфиә Ниғәмәтуллина (Аҙанғол ауылы) яуланы. Өсөнсө урынға Ильвина Ғилметдинова (Ләмәҙтамаҡ ауылы) һәм Сажиҙә Фәйзрахманова (Әб- дрәхим ауылы) сыҡты.
Уҡыусылар араһында еңеүсе дипломы менән Наҙгөл Ниғәмәтуллина (Аҙанғол ауылы) бүләкләнде. Икенсе урынды Айгүзәл Фәттәхова (Йонос ауылы) алды. Өсөнсө урын Адик Рәхимовҡа (Оло Ыҡтамаҡ ауылы) бирелде.
Еңеүсе һәм призерҙарға – диплом, китап, иҫтәлекле бүләктәр, ҡатнашыусыларға сертификат һәм китаптар бүләк ителде.