Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
1 Апрель 2021, 11:00

Буласаҡ уңышҡа нигеҙ бөгөн һалына

Апрелдә баҡсасылар башлыса үрсетмә үҫтереү менән мәшғүл. Көҙөн яҡшы уңыш алырға теләһәң, бөгөндән үк көс түгергә кәрәк икәнлеген яҡшы аңлай улар.

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Алевтина Ғәлина был эштә ҙур тәжрибәгә эйә. Оҙаҡ йылдар дауамында ул йәшелсә һәм сәскә культуралары үрсетмәләре үҫтереү менән шөғөлләнә.
Орлоҡ сәсеү һәм артабан үҫентене тәрбиәләү – яуаплы һәм мәшәҡәтле эш. Әммә Алевтина Алексеевна уны ҙур ҡәнәғәтлек менән башҡара. Тәүҙә ул үҙе өсөн генә үҫтерә, ә хаҡлы ялға сыҡҡас, буш ваҡыты барлыҡҡа килә һәм башҡаларҙы ла үҫентеләр менән ҡыуандырырға була.
Алевтина Алексеевнаның яратып ҡарап үҫтергән үҫентеләре йәрминкәләрҙә шәп үтә. Бигерәк тә кәбеҫтә, томат, борос үрсетмәләрен унан ышанып ала мәсетлеләр.
Беҙ оҫта баҡсасының яҡшы үрсетмә алыу сере менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
– Иң мөһиме – тупраҡты дөрөҫ әҙерләү. Уның сифатына күп нәмә бәйле. Мин һәр ваҡыт ҡара тупраҡты ҡом һәм серетмә менән ҡушып әҙерләйем. Ундағы ҡорттарҙан ҡотолоу өсөн ҡайнар һыу ҡоям. Интернетта тупраҡҡа ашлама өҫтәргә ҡушалар, мин улай итмәйем. Тәжрибәнән сығып беләм: ашлама ҡушып үҫтерелгән үрсетмә күсереп ултыртҡанда насар үҫеп китә. Ямғыр һыуы йәки ирегән ҡар һыуы ғына һибәм. Үрсетмәне сыныҡтырыу мөһим. Томат һәм боростар үтә оҙон булып үҫеп китмәһен өсөн, тышта йылы көндәр башланыу менән, үрсетмәләр үҫкән йәшниктәрҙе теплицаға алып сығам. Һабаҡтары йыуан, ныҡ һәм ҡыҫҡа үрсетмәләр асыҡ һауала яҡшыраҡ үҫеп китә. Тупраҡҡа күсереп ултыртҡандан һуң, кесерткәндән әҙерләнгән шыйыҡ ашлама менән ашлайым. Бының өсөн айырым бер һауытта кесерткәнгә көл ҡушып, һыу һалам һәм аҙна буйы әсетәм. Был эштәрҙе мин яңғыҙ башҡармайым: һыу һипкәндә, утағанда, ерҙе йомшартҡанда, өс теплицаны әҙерләгәндә ирем ярҙам итә, – ти ул.
Алевтина Алексеевна тыумышы менән Марий Эл Республикаһынан. Атаһы урмансы була, шунлыҡтан өйҙәре урманда урынлаша.
– Ниндәй генә йәнлектәр йәшәмәне беҙҙең өйҙә: янут та, терпе лә, ҡуян да, бүре балаһы ла, өйрәктәр ҙә. Беҙгә, һигеҙ балаға, былар барыһы ла ҡыҙыҡ ине. Бар ҡырағай хайуандарҙы ла күргәнем булды, – тип хәтерләй баҡсасы ханым.
Мәктәптән һуң Йошкар-Ола ҡалаһындағы икмәк бешереү цехына эшкә урынлаша. Бер үк ваҡытта кулинария техникумының киске бүлегендә уҡый. Артабан тормош юлында бер нисә тап-ҡыр профессияһын алмаштырырға тура килә. Ташсы ла була, резина аяҡ кейеме цехы мастеры ла, ашнаҡсы ла.
Ташкент ҡалаһында эшләгәндә Мәсетле районы егете Валерьянды осрата. 90-сы йылдарҙа улар ғаилә башлығының тыуып үҫкән еренә күсеп ҡайталар. Үҙ көстәре менән өй һалып инәләр, хужалыҡ булдыралар.
Ғәлиндарҙың буш ятҡан ер – юҡ. Йәшелсәләр һәм сәскәләрҙән тыш уларҙың баҡсаһында виноград, алма, груша, ҡарағат, ҡурай еләге, крыжовник үҫә.
– Баҡса үҫтерергә бик яратам, шуға ла 70 йәшемдә лә был шөғөлөмдө ташламайым. Хәрәкәттә – бәрәкәт, – ти Алевтина Алексеевна.