Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
9 Март 2021, 12:00

Зөһрә Ханованың “татлы” бизнесы

Һәр ҡатын-ҡыҙҙың тормоштағы төп бурысы – әсә булыу. Әммә гүзәл зат бала тәрбиәләү менән генә сикләнеп ҡалмай, сәнғәт, сәйәсәт, экология, спорт, хәйриә өлкәләрендә һәм башҡа бик күп эшмәкәрлек төрөндә уңыштар-ға ирешә.

Ир-егеттәр менән бер рәттән эшҡыуарлыҡта ла үҙҙәрен ышаныслы күрһәтәләр. Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Зөһрә Ханова, мәҫәлән, үҙе өсөн яңы эшмәкәрлек асҡан.
Был кәсепкә тотонғанға тиклем Зөһрә Роберт ҡыҙы май-яғыулыҡ ҡойоу станцияһында оператор булып эшләй. Әммә дүрт бала тәрбиәләгән әсә өсөн эш шарттары уңайһыҙ булып сыға, ғаиләһенә ваҡыты аҙ ҡала.
– Күңелгә ятышлы, тәбиғәткә лә яҡын булған шөғөл табыу уйы миндә күптән йәшәй ине, – тип һөйләй Зөһрә. – Нуриман районында йәшәгән бабайым ғүмер буйы ҡортсолоҡ менән шөғөлләнде, уның был эше миңә бала саҡтан таныш. Шуға ла үҙ эшемде ошо йүнәлештә асырға ҡарар иттем. Ирем был уйымды хупланы.
Ғаиләнең урман һыҙатында ер участкаһы бар. Был урын бал ҡорттары тотоу өсөн уңайлы: яҡын тирәлә малдар йөрөмәй, матур тәбиғәтле, саф һауалы курорт районы.
– Тәбиғи бал – беҙҙең район халҡы өсөн ғәҙәти аҙыҡ төрө, – ти яңы эш башлаусы эшҡыуар. – Шуға ла ҡулланыусыларға бал ғына түгел, ә еләк, сәтләүек, киптерелгән емеш ҡушылған, тәмле һәм файҙалы крем-бал тәҡдим итергә булдым.
Крем-бал әҙерләү эшенә тотонорҙан алда ҡорамалдар һатып алыу өсөн башланғыс капитал кәрәк. Зөһрә Ханова уҙған йылда халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең адреслы социаль ярҙам программаһында ҡатнаша. Бының өсөн ул бизнес-план төҙөй. Бирелгән 250 мең һум аҡсаға умарта һәм башҡа кәрәк-яраҡ ташыу өсөн автомобиль тағылмаһы, балды кремға әйләндереү өсөн рекристаллизатор, электр балауыҙ иреткес, бал батманы, бал ҡорттары күсе менән умарта һәм ҡаптар һатып ала.
Хәҙер эштәр башланғыс стадияла. Ҡыш көнө бал етештереү эше туҡтап ҡала. Әле эшҡыуар үҙенең брендын булдырыу өҫтөндә эшләй. Ул тауар маркаһына милли символика, етештереү урынын башҡаларға танытырлыҡ билдә, ризыҡтың тәбиғи составы инергә тейеш тигән фекерҙә. Крем-балды район сауҙа нөктәләре кәштәләрендә генә түгел, күрше өлкәләргә лә һатыуға сығарыу, өйгә илтеп биреүҙе ойоштороу планлаштырыла.
Белешмә
Крем-бал – үҙенсәлекле ысул менән етештерелгән бал төрө. Уның составы ҡәҙимгенән айырылмай. Тик ҡушылмаларҙы бутау һөҙөмтәһендә ул крем хәленә инә. Ул Канада, АҠШ илдәрендә киң танылыу яулаған, күптән түгел Көнбайыш Европа илдәрендә лә тарала башлаған. Беҙҙең илгә 2000 йылдар башында килеп ингән.
Бындай бал тулыһынса ҡатмай һәм йомшаҡ килеш һаҡлана, оҙаҡ һаҡлау ваҡытында тәме лә, үҙенә хас еҫе лә юғалмай, башҡа төр (он, май, ҡаймаҡ, емештәр, сәтләүек) ризыҡтар менән еңел бутала. Бындай балдың составы һәм файҙаһы тулыһынса һаҡлана, әсемәй, боҙолмай.