Фәнил Аусаф улы Ҡорғат ауылында тыуып үҫкән. Ер эшенә тартылыуы бар ғүмерен Чкалов исемендәге колхозға бағышлаған ата-әсәһенән күсә: атаһы Аусаф Хәким улы – Башҡорт АССР-ының атҡа- ҙанған механизаторы, әсәһе Әнүзә Ниғмәт ҡыҙы – һауынсы.
10 класты тамамлағас, һөнәр алып, 1976 йылда тракторсы булып хеҙмәт юлын башлай. Әммә илдә башланған үҙгәртеп ҡороу сәбәпле колхоздар тарҡала. Артабан Фәнил Ғәлимйәнов “Шишмә” ауыл хужалығы производство кооперативында өс йыл хеҙмәт итә.
“Ленинский” кооперативында тәжрибәле механизатор инде 10 йылдан ашыу эшләй. Һаҡсыл һәм яуаплы мөнәсәбәте менән айырылып торған киң профилле белгескә ауыл хужалығының бөтә төр техникаһын да ышанып тапшырырға мөмкин.
Яҙ етеү менән Фәнил Аусаф улы баҫыуға төшә. Үҙенең “Т-4” тракторы менән төрлө эштәр башҡарып, күп смена нормаһын үтәй. 2020 йылда, мәҫәлән, алдынғы механизатор 133 гектар ерҙә дым ҡаплай, 36 гектарҙы тырмата, 239,7 гектар ерҙе диск менән йомшарта, 526 гектар ерҙә сәсеү эштәре башҡара.
Ураҡ ваҡытында комбайн штурвалы артына ултыра. Күп көс түгеп үҫтергән уңышты йыйыу – һәр механизатор өсөн көсөргәнешле һәм яуаплы осор. Фәнил Ғәлимйәнов иртәнән кискә тиклем баҫыуҙа тир түгә. Уҙған йылда ул 12930 центнер бой- ҙай һуғып алған.
Яҙғы һәм көҙгө баҫыу эштәре араһында уға башҡа бурыстар ҙа йөкмәтелә – К-700 тракторында ферма биләмәһен таҙарта. Механизатор һәр ҡушылған эште юғары профессионализм менән билдәләнгән ваҡыт эсендә сифатлы башҡара.
Ауыл хужалығы тармағында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн тырыш игенсе 2019 йылда Башҡорт-остан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Быйыл Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү тыуған илебеҙ именлеге өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Фәнил Аусаф улы өсөн крәҫтиән эше хеҙмәт кенә түгел, ә фиҙаҡәрлек талап иткән йәшәү рәүеше, һайлап алған яҙмышы. Дәүерҙәр алмаша, әммә ил алдында игенсе хеҙмәтенең әһәмиәте һәм абруйы арта ғына бара.